Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Апрель , 12:30

Башҡортса диктантты бергәләп яҙайыҡ!

 Девизы: "Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы".

Башҡортса диктантты бергәләп яҙайыҡ!
Башҡортса диктантты бергәләп яҙайыҡ!

Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 27 апрель сәғәт 11-ҙә башлана. Ул йыл да ойошторола, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Акция "Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы ойошторола. Девизы: "Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы".

Акцияның маҡсаты – туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, сит илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда башҡорт телен популярлаштырыу. Телде төрлө кимәлдә белгәндәр өсөн айырым текстар ҡаралған. Әйтәйек, башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн айырым текст әҙерләнгән, бынан тыш, башҡорт телендә иркен аралашҡандарға һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн текстар бар.

Башҡорт теленән диктантты ике төрлө юл менән яҙырға мөмкин. Беренсенән, Башҡортостан юлдаш телеканалы, шулай уҡ акцияның рәсми сайттары һәм социаль селтәрҙәр аша онлайн-форматта яҙырға була. Икенсенән, белем усаҡтарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция ойошмаларында, йәмәғәт ойошмаларының офистарында һеҙҙе көтәләр. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының төп корпусында ла диктант яҙырға була. 

Фото: Башҡорт телен үҫтереү фонды.

#башҡорттелендәдиктант #башдиктант/#башдиктант2024 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: