Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Апрель , 16:30

Диктант яҙырға кемдәр килә ала?

27 апрелдә - "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһы.

Диктант яҙырға кемдәр килә ала?
Диктант яҙырға кемдәр килә ала?

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 27 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһын үткәрә.

Ул онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, "Йәшлек House" йәштәр йортонда, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төп майҙансыҡтар ойошторола.

Шулай уҡ акцияның рәсми сайтында https://bashdictant.ru/ 11 апрелдән 26 апрелгә тиклем һәр кем үҙенең оффлайн майҙансығын теркәй ала, онлайн яҙырға теләгәндәр кәрәкле майҙансыҡты һайлап теркәлеү үтергә тейеш.

2024 йылдың 27 апрелендә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан 12:00-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшереүгә кандидаттар 2024 йылдың 11 апреленән 18 апреленә тиклем киләһе һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү процедураһын үтергә тейеш: http://bashdictant.ru/. Талаптар буйынса, экспертҡа кандидат булырға теләүсенең дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияла, енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә һ.б. ҡарамаҫтан, һәр кем ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү сайты.

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант #башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: