Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Апрель , 15:00

Башҡортса йырла һәм туңдырма от!

Эҫе апрель көндәрендә Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле янында шундай матур акцияны ойоштороусы ҡыҙ кем?

Башҡортса йырла һәм туңдырма от!
Башҡортса йырла һәм туңдырма от!

Кисә Өфөлә үткән матур акцияны ойоштороусы – Әбйәлил районы ҡыҙы Динара Ғәлләмова. Ул М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының бишенсе курсында белем ала. Динараны беҙ әүҙем студент, блогер, йырсы булараҡ яҡшы беләбеҙ. Күптән түгел ул беҙҙең гәзитебеҙҙең “Бәйләнештәге” социаль селтәрендәге төркөмөндә үткәрелгән “Иң яҡшы студент” конкурсында ла еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Динара былтыр ҙа ошо рәүешле акция үткәргәйне: унда башҡорт һүҙен рус теленә тәржемә итә алғандарға рауза сәскәһен таратты.

Ҡыҙға киләсәктә лә эштәрендә ҙур уңыштар, маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ. Гел шундай ихлас, дәртле, һылыу булып ҡал!

 

Видео: Динара Ғәлләмованың “Бәйләнештәге” сәхифәһенән.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: