Башҡорт донъяһы
11 Май 2024, 11:00

Инәйҙең дә байрамда ҡатнашҡыһы килә

Ул аптырап ҡалмай, өйөндә милли кейемдәрен кейеп ултыра...

Инәйҙең дә байрамда ҡатнашҡыһы киләИнәйҙең дә байрамда ҡатнашҡыһы килә
Инәйҙең дә байрамда ҡатнашҡыһы килә

Апрель һәм сентябрь айҙарында Башҡортостанда Милли кейем көндәре үтә. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар был байрамды көтөп ала һәм эшкә, мәктәпкә милли кейемдәрҙә бара, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Был матур йолаға әүерелде инде.

Быйылғы апрелдә Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан 87 йәшлек Фәниә инәй Назарова ла был байрамда ҡатнашҡыһы килә. Оло йәштә булғас, ҡайҙалыр бара алмай ул. Шулай ҙа өйөндә булһа ла матур милли кейемен кейеп ултыра. Шул рәүешле үҙенә үҙе байрам яһаған. 

Афарин, инәй! Оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Фото: Ф. Назарованың шәхси архивынан.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-254895_69916

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас