+21 °С
Болотло
Оҙаҡ һәм ауыр сирҙән һуң режиссер Альмира Әмир ҡыҙы Ибраһимова вафат булған.
Ул яман шеш менән сирләгән. Бөтә республика халҡы уны дауалауға ярҙамға аҡса йыйҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир көслөрәк булып сыҡты. Бик аяныслы...
Ул күп проекттар, шул иҫәптән “Юлдаш plus” милли йәштәр фестивале режиссеры була, һуңғы йылдарҙа яман сир менән көрәште.
Альмира Әмир ҡыҙының өс балаһы етем ҡалды. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: соцаиль селтәрҙән.