Башҡорт донъяһы
17 Май 2024, 01:00

"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"

Балаҫ һуғыу оҫтаһы ниңә шөғөлөн алмаштырған? 

"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам""Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"

Ишембайҙан Гөлсирә Дәүләтова - балаҫ һуғыу оҫтаһы. Әммә май башында ул шөғөлөн алмаштырған. "Балаҫ һуға торған станогыма ял биреп, икенсе шөғөл - тамбурлы (сылбырлы) сигеү менән булышып алдым әле", - тигән ул.

Заказ буйынса мебель туҡымаһынан мендәрҙәр, ултырғыс өсөн япмалар сиккән ул. Туҡыманы боҙмаһын өсөн нәҙек кенә ырғаҡты ҡулланып мулине менән эшләй. 

"Бына шулай сигеп бөтөп, баҡсала сәскәләр араһында ултырам. Аллаға шөкөр, икенсеһен дә бөттөм бит әй, инде яйлап балаҫҡа тотонһам да була көндәр һалҡынса торғанда", - тигән Гөлсирә апай.

Афарин, ҡул эштәре күҙ яуын ала, бик матур!

Фото: https://vk.com/id684528898

"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
"Сигеп бөтөп, сәскәләр араһында ултырам"
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас