Баймаҡ районы Әмин ауылында йәшәгән Ғөбәйҙә Зыкрина һөт ризыҡтары етештерә һәм улар менән кәсеп итә. Һәр иртән яңы һауылған һөт сеператҡа төшөп, ҡаймаҡ айырта. Айыртылған һөттөн көн һайын тиерлек эремсек эшләй, ҡорот ҡайната. Бер-ике көндәге айыртылған һөттө үҙе эшләгән, ап-аҡ итеп таҙартылып биҙәкләнгән тышҡы мейестәге ҡаҙанда рәхәтләндереп ҡыҙыл эремсек ҡайната. Бер юлы ҡоротон да ултырта. Егәрленең ҡулы ете тигәне шулдыр күрәһең, уңған хужабикәнең ҡороттары кибеп тә ята, ҡайнап та ултыра, йәйелеп тә бара.
Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарына һорау ҙур бөгөн. Тик эшләп өлгөр генә. Ҡыҙыл эремсек, талҡан, май - ҡатыҡты көн һайын Темәс баҙарына алып барып һата. Ул арала буҙаһын да ҡойоп өлгөртә, бәлеш - пирожкиларын бешереп, самауыр сәйен дә эсереп ебәрә.
Әмин ауылының уңған хужабикәһе тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Автор фотоһы һәм видеоһы.