Башҡортостан менән Татарстан Мәскәүҙә 36-сы дөйөм ҡала һабантуйын үткәрҙе. Уны асыу тантанаһында республика Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.
Ул сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Һабантуй милли сығанаҡтарға, ижади хеҙмәт традицияларына ихтирамлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте сағылдыра, тип билдәләне Андрей Назаров.
- Беҙҙә төп аҙыҡ-түлек продукттарының бөтә ассортименты тиерлек сығарыла. Беҙ йыл һайын дүрт миллион тоннаға тиклем иген етештерәбеҙ. Илдә ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Һыйыр ите етештереү, һыйырҙар һәм аттар иҫәбе буйынса - икенсе урында. Һөт һауыу буйынса өсөнсө урынды биләйбеҙ. Аграрийҙарыбыҙ үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Премьер-министр һабантуй ҡунаҡтарын башҡорт этноауылына килергә, музыкаль традициялар менән танышырға, милли бәйгеләрҙә көс һынашырға һәм Башҡортостандағы данлыҡлы шифаханаларҙың береһенә юллама уйнатыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә был турала яҙып та сыҡты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24368/