Бөтә яңылыҡтар

Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә матур байрам уҙҙы.

Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...

Тарихтан белеүебеҙсә, борондан башҡорт халҡы мөһим мәсъәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡор йыйған. Унда илебеҙ, еребеҙ киләсәге өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкәндәр, батырҙар һәләттәрен күрһәткән. Күптән түгел ошо йолаға тоғро ҡалып, милләтебеҙҙе, уның телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, тарихыбыҙҙы йәш быуынға еткереү, халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе ватансылыҡ, үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү маҡсатында Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылы сиктәрендә һәм  башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу уңайынан «II Ҡошсо ырыуы йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы уҙҙы.

Ҡошсоларҙың тарихы тәрән      

Ҡошсолар оло ҡорға беренсе тапҡыр Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә һәм Президент фондының мәҙәни башланғыстар проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 2021 йылда йыйылғайны.

Асыҡ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Тарихи документтар буйынса, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында Ҡошсо ырыуына ҡараған өсәр ауыл теркәлгән. Бөгөн уларҙан бары Балаҡатай районында Айҙаҡай менән Ҡыйғы районында Йонос ауылдары ғына ҡалған.

Мәртәбәле сараға ошо ауылдарҙан Ҡошсо ырыуы вәкилдәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын Мансур Ахунов һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының баш белгестәре Гөлназ Һөйәрғолова һәм Ләйсән Мостафинаны Ҡошсо ырыуының ҡор башы Әхмәтнур Хафизовтың йортонда буҙа һәм сәксәк менән ҡаршы алдылар. Ул үҙенең ихатаһында бал музейы ойошторған. Нәҡ ошонда йыйында ҡатнашыусылар бал ҡорто иленә сәйәхәт ҡылды ла.

Музей күптән түгел, 2021 йылдың яҙында, асылды. Унда бал етештереү процесы менән танышырға һәм традицион башҡорт кәсебенең бөтә нескәлектәренә өйрәнергә мөмкин. Музейҙа умарталар коллекцияһы тәҡдим ителгән. Улар формаһы, ҙурлығы һәм материалы буйынса айырыла, вертикаль һәм горизонталь умарталар була. Теге йәки был бал ҡорто йортоноң төрө тәбиғәт шарттарына бәйле.

Музейҙың ҡыҙыҡлы һәм һирәк осраған экспонаты - солоҡ. Ул бал ҡорттары йәшәгән ағастағы ҡыуыштан ғибәрәт. Солоҡ тәбиғи юл менән барлыҡҡа килә йәки уны умартасылар сығара.

Әхмәтнур Хафизов музей ойоштороу идеяһы менән күптән янып китә. Тәү сиратта, киләсәк быуын өсөн. Ул күптән инде балаларҙы умартасылыҡҡа өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм уларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыуын күрә. Умартасы башҡорт халҡының боронғо кәсебен тергеҙгән. Шулай уҡ ул тикшеренеү эшен дә алып бара. Мәсетле районы умартасылары тураһында альбом сығарған. Ҡунаҡтар умартасылыҡ серҙәренә төшөнгәндән һуң, шифалы бал менән мәтрүшкәле сәй эсте.

Ауыл халҡы уларҙы онотмай

Һуңынан Ҡошсо ырыуы йыйыны сиктәрендә Һабанаҡ ауылы тарихына бағышланған таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анзалита Мусина әйтеүенсә, уның тарихы бай. Һабанаҡта 19-сы быуат аҙағынан алып мәсет эшләгән. Ошонда уҡ 1907 йылда мәҙрәсә асалар, уҡытыусыларҙың береһе ауыл муллаһы Нажир Хәҙиуллин була. Мәҙрәсә асылғанға тиклем ул малайҙарҙы үҙ йортонда уҡырға өйрәтә, иҫәп-хисап һәм яҙыу серҙәренә төшөндөрә. Совет власы килгәндән һуң, мәсеттең манараһын емереп, клуб төҙөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында унда тимерсе аласығы асалар.

Ауыл Оло Ыҡтамаҡ улысының үҙәге булған. Ул 1736 йыл ваҡытында барған ихтилалда баш күтәреүселәр тарафынан туҙҙырыла. Улыс үҙәге бинаһы ауыл үҙәгендә урынлашҡан, төҙөлөш датаһы яҡынса 19-сы быуат уртаһына ҡарай. Бина ағастан һалынған, һигеҙ бүлмәнән һәм күп тәҙрәләрҙән торған. Ошо бинала улыс үҙәге ағзаларының ултырыштары үткән.

1918 йылда ошондай ултырыштарҙың береһендә совет власынан ҡәнәғәт булмаған төркөм бина ишеген ябып ҡуйып, власты үҙ ҡулына алып, түңкәрелеш яһай. Ултырышта ҡатнашҡан бөтә улыс башҡарма комитеты ағзалары аяуһыҙ үлтерелә. Мәйеттәр, шулай уҡ яралылар улыс үҙәгенән алыҫ булмаған соҡорға күмелә. Бер йылдан һуң ғына, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында йәнә совет власы һөжүм иткәндә, башҡарма комитеттың мәрхүм ағзаларының кәүҙәләре Сиражетдин Мөхәмәтрәхимов етәкселегендә ҡайтанан Һабанаҡ ауылы үҙәгендә, клуб янында ерләнә. Киләсәк хаҡына ғүмерҙәрен биргән тәүге большевиктарға һәйкәл әле лә тора.

Таҡташ асыуҙың инициаторы булып Һабанаҡ ауылы старостаһы, имам-хатибы Айнур Зәбихуллин сығыш яһаны. «Үҙ тарихыбыҙҙы, үҙ телебеҙҙе, динебеҙҙе өйрәнеү бөгөн үҙенә күрә бер мөғжизәле күренеш. Халыҡ мәҡәле беҙҙе өйрәтә: «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан». Әгәр ҙә ошо һүҙҙәргә тап килтереп, һәр эштә тырышлыҡ күрһәтһәк, беҙҙең бөгөнгө көндөң тәжрибәһе, киләсәк быуынға өлгө булып ҡалыр», - ти ул.

Һыйыртау итәге гөрләп торҙо

Артабан байрам ҡунаҡтары йыйын майҙанына юлланды. Мәртәбәле сараны үткәреү урыны тип Һыйыртау юҡҡа ғына һайланмаған. Тау хаҡында бик матур легендалар һаҡланған, уның тура­һында йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән. «Һыйыртауҙы күрмәгән­һең икән, тимәк, һин Һабанаҡта булмағанһың», – ти шаяртыу ҡатыш ауыл халҡы. Һыйыртау бейек түгел, ярайһы уҡ һөҙәк. Әммә унда сәхнә кеүек тигеҙ таштарҙан иҫ киткес матур күренештәр асыла: бормаланып аҡҡан Әй йылғаһы, һыубаҫар болондар, күҙ ҡарашы иңләмәҫ Мөнсик тауы теҙелеп киткән.

Был урындарҙың матур легендаһы ла бар. Улар Мунсик тауының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Ҡасандыр бында алпамышалар йәшәгән, имеш. Улар шул тиклем ҙур булған, хатта йылғаны аша атлап ҡына сыҡҡан, ҙур ағастарҙы тамыры менән үлән йолҡҡан кеүек кенә тартып сығарған. Бер ваҡыт Алпамыша Әй йылғаһы ярында йөрөгәндә батҡаҡ йәбешкән итеген таҙартырға булған – шунан Мунсик тауы барлыҡҡа килгән.

Ауыл өсөн Һыйыртау ҙур әһәмиәткә эйә. Был тауҙа урындағы байрамдар үткәрелә. Көнсығыш битләүендә бәләкәй мәмерйә урынлашҡан. Ошо тау итәгендә, хозур тәбиғәт ҡосағында, ҡошсолар ҡорға йыйылды ла.

Әһәмиәтле сара  «Сал быуаттар аша...» театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. «II Ҡошсо ырыуы йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамының режиссеры Искәндәр Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, тамаша башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәм уның тоҡомдарына бағышланды. Театрлаштырылған күренеш Ҡошсо ырыуы малайы Салауат рухлы атаһын һуғыштан көтөп ҡалыуы менән бәйле.  Тамашасыларҙың күңеленә хуш килде тамаша, барыһын да тетрәндерҙе һәм уйландырҙы.

Ҡошсо ырыуы йыйынының әһәмиәтен Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин билдәләп үтте.

– Үткәнен белмәгән кешенең киләсәге юҡ, – ти халыҡ аҡылы. Беҙ тамырҙарыбыҙ һәм шәжәрәбеҙ хаҡында онотмаҫҡа тейеш, ә Ҡошсо ырыуы съезы быға булышлыҡ итә. Башҡорт халҡының тарихына күҙ һалһаҡ, ырыу-ҡәбилә берләшмәләре съездары дәүләтселектең сағылышы булған. Унда халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралған, яҙмыш өсөн хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән. Бөгөн ырыу съездары, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу халыҡтың берләшеүенә һәм ырыу оҡшашлығын нығытыуға булышлыҡ итә, – тине ул.

Сараның тантаналы өлөшөндә Ҡошсо ырыуы йыйынын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән кешеләргә: Ҡошсо ырыуының ҡор башы Әхмәтнур Хафизовҡа, «Ҡарағай» шифаханаһы директоры Артур Бәҙретдиновҡа, байрамдың режиссеры Искәндәр Мөхәмәтйәновҡа, «Папа гриль» кафеһы директоры Вил Кәлимуллинға, шәхси эшҡыуар Олеся Ғәләлетдиноваға, Ләмәҙтамаҡ ауылының үҙәкләштерелгән клуб мөдиренә һәм белгесенә Рита Ҡотлоеваға, Таңһылыу Мозафароваға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Һуңынан сәхнәгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр егеттәребеҙ саҡырылды, нәҡ улар ярҙамында беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ, аяҙ, асыҡ һауа аҫтында фәһемле саралар үткәрәбеҙ. Әнис Ҡасим улы уларҙың һәр береһенә ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн рәхмәт белдерҙе, бүләк итеп ҡумыҙ тапшырҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Минләхмәт улы Зәйнетдинов та яҡташтарын йылы сәләмләп, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры урынбаҫары Анзалита Мусинаны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтте.

Артабан  Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы менән иғлан ителгән «Ҡошсомдоң өлгөлө ғаиләһе» район конкурсына йомғаҡтар яһалды. Бәйге «Бәйләнештә» социаль селтәрендә асыҡ тауыш биреү юлы менән ойошторолды. Унда ҡатнашыу өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һәм шөғөлдәрен сағылдырған өс фотоһүрәт, шулай уҡ тейешле номинация буйынса ғаиләнең ҡыҫҡаса тасуирламаһын һәм уның ҡаҙаныштарын күрһәтергә кәрәк ине. Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Анфиса Ишмөхәмәтова ете номинацияла еңеүселәргә грамоталар һәм ике меңлек сертификаттар тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов «Иң йәш ғаилә» номинацияһында еңеү яулаған Мозафаровтар ғаиләһенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләге – микротулҡынлы мейес бүләк итте.

Мөнәжәттәр йәмләне оло йыйынды

Ниндәй йыйын мөнәжәтһеҙ үтһен? Мөнәжәт - башҡорттарҙың шиғри тексы вокаль интонациялауға нигеҙләнгән музыкаль-шиғри ижадының лирик жанры. Төрлө аңлатмаларҙа мөнәжәт — көйлө шиғыр менән Аллаға мөрәжәғәт, йәшерен доға, дини гимн кеүек аңлатыла.

Мөнәжәттәрҙең барлыҡҡа килеүе исламға тиклемге дини инаныуҙарға һәм йолаларға бәйле. Һуңғараҡ ислам традициялары йоғонтоһонда мөнәжәт әйтеү Ҡөрьәнде көйләп һәм тасуири уҡыу традициялары менән берләшә. Мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙең шәкерттәре һәм мөғәллимдәре мөнәжәттәрҙең таралыуына булышлыҡ итә.

Мөнәжәттәрҙә бәйеттәргә хас булған тарихи ваҡиғаны һүрәтләү юҡ, улар лирик рәүештә теләк йә тәүбә итеү характерында була. Борон-борондан яҙма һәм телдән һөйләү рәүешендә йәшәп килә.

Ҡошсо ырыуы йыйынында ла мөнәжәт уҡыу буйынса бәйге ойошоролды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Ләмәҙтамаҡ ауылынан Илгизә Лоҡманова еңеүсе тип табылды һәм биш мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Икенсе урынды Ләмәҙтаҡтан Алһылыу Дилмөхәмәтова яулаһа (уға дүрт меңлек сертификат тапшырылды), өсөнсө урынға Йыланыш ауылынан Лена Фазылова лайыҡ булды (ул өс меңлек сертификат менән бүләкләнде).

«Ҡошсо һылыуы» конкурсы иһә Ҡошсолар ырыуы йыйынын биҙәп кенә ебәрҙе, унда  алты ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәре хаҡында һөйләне һәм музыкаль, бейеү номерҙарын башҡарҙы, уҡ атыуҙа оҫталыҡтарын һәм сыҙамлыҡтарын күрһәтте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Дыуан-Мәсетле ауылынан Фирҙәүес Мөхәмәтова алды һәм һигеҙ мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Беренсе урынды Йонос ауылынан Рәғиҙә Солтанова яуланы, уға биш меңлек сертификат тапшырылды. Икенсе урынға Ишәле ауылынан Алтынай Ғәлимова лайыҡ булһа (дүрт меңлек сертификат), өсөнсө урынды Ләмәҙтамаҡ ауылынан Таңһылыу Мозафарова (өс меңлек сертификат) алды.

Шулай уҡ Ҡошсо ырыуы йыйыны башҡорт халҡының милли уйындары менән һуғарылып барҙы. Милли кейемдәр кейеп, шәп йүгереүгә, етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа ҡоролған хәрәкәтле уйындар уйнау һәр кемдең күңеленә хуш килде. «Уҡ атыу», «Мас-рестлинг», «Йомортҡа менән йүгереү», «Көршәк ватыу» кеүек уйындарҙа халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты.

Шулай уҡ байрам йәме тирмәләр булды. Улар – боронғолоҡто һаҡлаған, илебеҙ, милләтебеҙ тарихын, әле яңы кире тергеҙелә башлаған йолаларыбыҙҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың асылын күрһәткән сағыу бер күренеш ул.

Мәсетлеләрҙең ысын мәғәнәһендә оло тырышлыҡ һалып әҙерләнгәнлеген, шул ерлеккә генә хас ниндәй халыҡ кәсептәре барлығын, ниндәй йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр өҫтөнлөк иткәнен, халыҡтың көнкүреш, йәшәйеш кимәлен, оҫталығын тирмә янына ҡуйылған бай күргәҙмәләрҙән генә лә күрергә була ине. Уңған хужабикәләр ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим итте. Башҡорт халҡынынң кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Ҡошсолар ырыуы йыйыны  сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаға әүерелде, ул халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға традицион мәҙәниәт һәм милли йолалар мөхитенә сумырға мөмкинлек бирҙе. Дөйөм көс менән мәсетлеләр тарихҡа киләсәк быуындар өсөн мөһим роль уйнаясаҡ ваҡиғаны яҙып ҡалдырҙы.

 Искәндәр МӨХӘМӘТЙӘНОВ, «Ҡошсо ырыуы йыйыны-2024» төбәк-ара фольклор байрамының режиссеры:

 – Йәштәр вәкиле булараҡ, бындай саралар мөһим һәм кәрәкле, тип иҫәпләйем. Беренсенән, улар илебеҙҙең бай мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм тапшырырға мөмкинлек бирә. Фольклор – милли оҡшашлыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө, һәм уның менән танышыу йәштәргә тамырҙарын, йолаларын, тарихын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Икенсенән, фольклор байрамдарында ҡатнашыу йәштәргә халыҡ ижадына ылығыу, ижади һәләтте үҫтереү, шулай уҡ үҙ-үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, бындай саралар урындағы берекмәләрҙе берләштереүгә һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.

Өсөнсөнән, фольклор байрамдары оло тәрбиәүи потенциалға эйә. Улар йәштәрҙә йолаларға ҡарата ихтирам тәрбиәләй, илһөйәрлек һәм үҙ илең өсөн ғорурлыҡ тойғоһон үҫтерә. Был бик мөһим, сөнки хәҙер йәштәр йыш ҡына киң мәҙәниәттең йоғонтоһона дусар һәм милли ҡиммәттәр менән бәйләнеш юғала.

Әхмәтнур ХАФИЗОВ, Ҡошсо ырыуының ҡор башы:

 – Беренсе съезда беҙ үҙебеҙҙең тарихты өйрәндек һәм районда Ҡошсо ырыуы тоҡомдары барлығын билдәләнек. Быйыл сара йәш быуынға үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын тапшырыу, күрһәтеү маҡсатында ойошторолған.

Халҡыбыҙ элек-электән үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын формалаштырған. Үҙҙәренең ҡабатланмаҫ биҙәге булған костюмдар (айырыуса ҡатын-ҡыҙ кейемдәре) - айырылып торған һыҙаттарҙың береһе. Шулай уҡ сәсәндәр, үҙҙәренең йырҙары һәм бейеүҙәре булған. Беҙҙең халыҡ бик ҡунаҡсыл. Өҫтәлгә һәр ваҡыт милли ризыҡ һәм эсемлек биргән. Ҡошсо ырыуы йыйынында ауыл биләмәләре вәкилдәре байрам ҡунаҡтарына үҙҙәренең уникаль һыҙаттарын күрһәтте лә.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.

Мәсетле районы.

Айгөл Шарапова фотолары.

Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Һыйыртауҙы күрмәгәнһең икән, тимәк, һин...
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: