Кисә Әбйәлил районында билдәле башҡорт блогерҙары Гүзәл менән Илгиз Бадаловтарҙың матур ғүмер байрамы – туй көндәре булды. 200 ҡунаҡ саҡырылған был байрам һауа торошона һәм ямғырҙарға ҡарамай бик күңелле үткән.
Йәштәр үҙҙәренең туйын матур һәм үҙенсәлекле итеп ойоштороуға ҙур көс һалған. Кәләш махсус тектергән алһыу төҫтәге күлдәктә һәм кейәү егете ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге костюмда булһа, бөтә ҡунаҡтар ҙа аҡ төҫтә кейенеп килгән ине. Улар ата-әсәһенә һәм бер-беренә бағышлап башҡортса матур йырҙар башҡарған, ҡунаҡтары өсөн башҡорт йондоҙҙары ҡатнашлығында күңелле дискотека ойошторған.
Блогер Илгиз Зигазинский быға тиклем кемдең туйына барһа ла, ҡиммәт хаҡҡа торттың тәүге киҫәген һатып алыуы менән билдәле ине. Ул аукционда алған торт киҫәктәренең хаҡы 50 һәм хатта 100 мең һумдан да ҡиммәт була торғайны. Кисә иһә шул билдәле булды: уларҙың тортын дуҫтары йыйылып ярты миллион һумға һатып алған! Бына, исмаһам, дуҫлыҡ! Әйткәндәй, был турала татар блогеры үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте.
“Бик матур, йолалар менән үтте башҡорт туйы. Ә беләһегеҙме мине иң нығы нимә ғәжәпләндерҙе? Башҡорттар ныҡ берҙәм халыҡ икән, улар үҙ-ара бик дуҫтар һәм был әллә ҡайҙан күренеп тора. Бөгөн торттың беренсе киҫәген уларҙың дуҫтары 500 мең һумға һатып алды. Ярты миллион һум, дуҫтар!” – тип яҙҙы ул.
Бөгөн туй башҡорт йолаларына ярашлы дауам итә. Киленгә һыу юлы күрһәттеләр, Әбйәлил инәйҙәре бар ғәмәлдәрҙе йолаға ярашлы башҡарҙы.
Йәштәргә мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.