Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Август , 17:00

“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы

Форум барышында Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын йомғаҡлау тантанаһы ла үтте. Гранттар конкурсының 3,5 миллион һумлыҡ фондын 9 еңеүсе бүлеште.

“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы

Йылайыр районында «Аҫылташ – 2024» йәштәр мәғариф форумы үҙ эшен тамамланы. Республиканың маҡсатлы йәштәре өс көн дауамында белемен камиллаштырҙы, уңышлы яҡташтарыбыҙ менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм үҫтереүсе уйындарҙа ҡатнашты. Форум сиктәрендә «Батырҙар уҙышы» ла ойошторолдо.

– Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге йәш быуындың ниндәй булыуына бәйле. Мин үҙем йәштәр сәйәсәтендә ҡатнаштым, һәм ул ваҡытта беҙ бындай саралар тураһында хыяллана ғына инек, – тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. Ул һәләтле йәштәр менән бергә Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерындағы йәштәр аллеяһына ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.

«Йолаларҙы һаҡлап» девизына нигеҙләнгән форумдың төп принциптарының береһе – башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу. Был маҡсатта ойошторолған этномайҙансыҡтарҙа йәштәр кейеҙ баҫыу оҫталығына өйрәнде, үҙҙәрен уҡ атыуҙа һынап ҡараны, халыҡ бейеүе элементтары менән танышты, заманса түшелдеректәр эшләү серҙәренә төшөндө. Ә түңәрәктә ойошторолған халыҡ уйындары барыһының да күңеленә хуш килде.

«Аҫылташ» форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр яҡташтары ассоциацияһы менән берлектә республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан «Берҙәмлек» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Форумдың тағы бер сағыу ваҡиғаһы «Росмолодежь» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын йомғаҡлау  булды. Гранттар конкурсының 3,5 миллион һумлыҡ фондын 9 еңеүсе бүлеште. Сараны ябыу тантанаһында иң әүҙемдәргә республика Башлығының «Башҡортостан Республикаһының ирекмәне» почет билдәһе һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
“Аҫылташ” аҫыл йәштәрҙе йыйҙы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: