Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
5 Август , 15:00

Барыһын да “Башҡорт аты”нда көтәләр!

Фестиваль тураһында бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләне.

Барыһын да “Башҡорт аты”нда көтәләр!
Барыһын да “Башҡорт аты”нда көтәләр!

15-16 августа ике көн дауамында Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта өсөнсө тапҡыр халыҡ-ара кимәлдәге “Башҡорт аты” фестивале үтә. Был турала ентекләберәк Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләне.

Үткән йылдарҙағы кеүек үк, быйыл фестивалдең программаһы киң йөкмәткеле, ул дүрт блоктан тора.

Беренсе блок йылҡы ите, шулай уҡ ҡымыҙ етештереүсе ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә – йәрминкәһе. Йәрминкәгә "Хәләл" стандарты буйынса эшләгән Башҡортостан етештереүселәре саҡырыла. Фестивалдең төп өлөшөндә, йәрминкәнән тыш, йыл һайын уҙғарылған ҡымыҙ эшләүселәр республика конкурсы була.

Фестиваль ҡунаҡтары һәм тамашасылар араһында “Оҫталар ҡалаһы” халыҡ ижады һәм кәсептәре күргәҙмәһе айырыуса популяр. Йола буйынса, бында Башҡортостан һәм күрше төбәк оҫталарының үҙенсәлекле ҡул эштәре – металдан сүкеп эшләнгән әйберҙәр, эйәр, йүгән, ҡамсы, һунарсылар һәм хәрбиҙәр кәрәк-ярағы, “Сергетыш” традицион башҡорт ат ябыуҙары тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәлә ат биҙәүестәре конкурсында ҡатнашыусы оҫталарҙың эштәре менән танышырға мөмкин.

Теләүселәр уҡ-һаҙаҡ, ҡалъян, ҡалҡан, бысаҡ, хәнйәр, ҡылыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә үҙ һәләттәрен һынап ҡарай, шулай уҡ арбаға ат егергә өйрәнә ала.

Икенсе блок – эшлекле программа. Унда фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылҡы тотоусылар менән осрашып, республикала йылҡысылыҡты үҫтереү, тоҡомсолоҡ эше, йылҡы итен эшкәртеү һәм ҡымыҙ етештереүҙе ойоштороу, фермерҙарға ошо йүнәлештәрҙә ярҙам итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Өсөнсө һәм дүртенсе блоктар ижадҡа һәм спортҡа арнала. Ижади блокта республиканың үҙешмәкәр коллективтары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары күргәҙмәләре ойошторола.

Башҡорт ҡурсаҡ театры фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.

Спорт саралары тамашасыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл уларҙың һаны тағы ла артҡан.

Улар араһында милли көрәш, мас-рестлинг, самбо буйынса республика, арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнирҙар бар.

Иң тамашалы һәм популяр ярыштар исемлегендә – “Бәйге” халыҡ-ара фестивале  (“Таш ырғытыу”, “Таш күтәреү”, “Тарт-эт”, “Тартыш”, “Таш күсереү”,”Ирәндек мәргәне”, йәйәү һәм ат менән традицион уҡ атыу асыҡ республика турниры, Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған “Урал батыр” халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры. Һәм, әлбиттә, төп программа – ат спорты ярыштары. Программала традицион “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ашаҡ” ярыштары тәҡдим ителә. Бынан тыш, алты төр ат спорт сабышы планлаштырыла. Алдағы йылдарҙағы кеүек, төп бүләк – автомобиль. Ат парады ла үтәсәк.

– Дөйөм алғанда – 10 меңдән ашыу тамашасыны көтәбеҙ. Почетлы ҡунаҡтарҙан Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрына, ҡайһы бер субъекттар башлыҡтарына (Ырымбур, Силәбе, Ҡалмыҡстан, Тыва) саҡырыуҙар ебәрелде. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Ғәрәп Әмирлектәренән һыбайсылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәрен көтәбеҙ, – тине Азат Шамил улы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: