Башҡорт донъяһы
10 Август 2024, 04:00

Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә “Иң яҡшы сергетыш (вальтрап) эшләүсе оҫта” конкурсы ойошторола

Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?
Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 15-16 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә. Быйыл да “Иң яҡшы сергетыш (вальтрап) эшләүсе оҫта” конкурсы ойоштороласаҡ. Халҡыбыҙҙың онотола барған был шөғөлөн тергеҙеүселәр һанының артыуы йылдан -йыл  күҙәтелә. Билдәле булыуынса, башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы – атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарҙы биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән, шуға күрә фестивалдә сергетыш оҫталарының да ҡатнашыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде.

Сергетыш – аттың эйәре аҫтына һалына торған әйбер йәки үңдек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән туҡылған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланылған. Һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәр һәр районға хас булған өлгөләрҙе тергеҙә. Уға заманса биҙәктәр өҫтәлә барыуы ла ҡыуандыра. Был юлы ла сергетыш эшләп, уларҙы күргәҙмәгә алып килеүселәр күп булды. Серге боронғо төрки теленән тәржемә иткәндә “туҡыма япма” тигәнде аңлата. Башҡорттарҙың хужалығында кейеҙ киң ҡулланылған, ул күп кенә милли йолаларҙа, шул иҫәптән ғаилә-көнкүреш, туй һәм дини сараларҙа ҡулланылған. Шулай уҡ уны бирнәлеккә лә әҙерләгәндәр. Ире йортона оҙатҡанда, атҡа эйәр аҫтына япҡандар. Ғәҙәттә, сергетыш менән биҙәлгән атта ир-егеттәр өйләнергә барған йәки һабантуйҙа ат сабыштарында ҡатнашҡан.

“Башҡорт аты” фестивалендә сергетыш яһаған оҫталар араһында конкурс ойоштороу уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтә, киләсәктә туристар араһында һатыу мөмкинлеген дә арттыра. Оҫталарҙың эшенә һоҡланып, инәй-өләсәйҙәренең онотола барған шөғөлөнә хөрмәт менән ҡарап, уны үҙҙәре лә эшләү теләге менән ҡыҙыҡһынып һатып алалар. Шуныһы ҡыуандыра: был юҫыҡта аҡрынлап булһа ла эш йәнләнә, кәсеп яйлап табышлыға әйләнә бара.

"Башҡорт аты" фестивалендә йыл һайын Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова быуындан-быуынға тапшырылған, бер быуаттан ашыу тарихы булған сергетыш алып килә. Ҡәҙерле ҡомартҡыны өләсәһе Хазина әсәһе Файзаға тапшырған, хәҙер ул – Хафиза Баязитованың иң ҡәҙерләп һаҡлаған әйбере.

– Ысынлап та, был ҡомартҡы бик ҡәҙерле һәм тарихи. Белеүе­геҙсә, элек ҡатын-ҡыҙ һыбай йөрөгәндә эйәр ҡулланмаған, ә бына ошо сергетыштарҙы һалып ултырыр булған, шуға күрә уны һәр кем, йомшаҡ һәм уңайлы булһын өсөн, йөндө иләп, кейеҙ һуғып эшләгән. Бына, ҡарағыҙ әле, – ти ул, – был сергетыштың өҫтө бәрхәт менән уратылған, тамбурлы сигеү ҙә һалынған, йөндән матур суҡтар яһалған. Ҡараған һайын шул тиклем матур, үҙенсәлекле өлгөгә һоҡланам. Боронғолар һәр әйберҙе зауыҡ менән етештерә белгән, сифаты хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, – ти Хафиза ханым.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр "Башҡорт аты" фестивале үткән йылда, Хафиза Баязитованың был өлгөһөн күреп, уның күсермәһен эшләргә тәҡдим иткәйне. Былтыр Әбйәлил оҫтаһы ҡомартҡы сергетыштың өр-яңы күсермәһен дә яһаны һәм  сергетыш оҫталары араһында беренсе урынды яуланы. Быйыл иһә Әбйәлил оҫтаһы үҙенең өр-яңы эштәрен тәҡдим итмәксе.

Күп оҫталарҙың сергетыштары, заманса биҙәктәр һәм билдәләр һалынып, үҙ ырыу тамғаларын сигеп эшләнгән. Заман үтеү менән боронғо әйберҙәр, ата-баба­ларыбыҙҙың шөғөлдәре онотола, юғала бара, тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Бөгөн, киреһенсә, ата-бабаларҙың, инәй-өләсәйҙәрҙең кәсептәренә йөҙ борабыҙ, уларҙы өйрәнеп, заманға яраҡлаштырып етештергән оҫталар ҙа күбәйә бара. 

Кем белә, быйыл бәлки “Башҡорт аты” фестивалендә үткән аттар парадында һыбайлылар сергытыш оҫталарының үҙ ҡулдары менән эшләгән япмаларында ҡатнашыр әле.

Автор фотолары

Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?
Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?
Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас