+20 °С
Болотло
Фестиваль программаһы сараларға бай. Бөгөн, фестивалдең тәүге көнөндә генә, боронғо төрки көрәш сәнғәте буйынса Гран-при, егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында грэпплинг спорт көрәше һәм билбау көрәше буйынса республика турнирҙары, башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, уҡ атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡалар үтәсәк.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Башҡорт аты» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 10 меңгә яҡын ҡунаҡ ҡатнаша.
Фото: Дмитрий Фадеев.