Башҡорт донъяһы
17 Август 2024, 18:00

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ

Правам бар, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем. Матай бигерәк ҡулайлы транспорт, кәрәк урынға йәһәт кенә елдереп сығам да китәм.

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡМатайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ
Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ. Ташбулат ауылында үткәрелгән “Беҙ бергә!” тип аталған сараға “Ямаха”һында зыйылдатып килеп туҡтаны. Ул Күсем ауылы ҡыҙы Фәрүәз Хәйбуллина булып сыҡты. Тиҙҙән уға 70 йәш тула икән.

– 17 йәштән матайҙа йөрөй башланым, – тине ихлас йылмайып. – “Минск”, “Восход” исемле матайҙарым булды. Правам бар, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем. Матай бигерәк ҡулайлы транспорт, кәрәк урынға йәһәт кенә елдереп сығам да китәм, – тип йылмайҙы ҡыйыу апай.

Фәрүәз апайҙың шөғөлдәре күп. Буш ваҡытында гармунда һыҙҙырып, үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә күңелен күрә. “Шоңҡар” журналын да яратып уҡыуын әйтте.
– Яҙыусылар, артистар менән берлектә осрашыу була тигәс, эй ҡыуандым. Бик матур сара ойошторҙоғоҙ! Бындай байрамдар бик кәрәк. Бигерәк тә ошондай мәлдә. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ. Ошондай осрашыуҙар халыҡҡа көс, дәрт бирә. Киләсәктә лә матур йола дауам итһен ине, – тине Фәрүәз апай.

Мәҡәлә һәм фото авторы: Айгиз Баймөхәмәтов.

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ
Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас