Мобиль ҡушымталарҙы булдырыуҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Мәҫәлән, “Алиас” (башҡортса – “Әлләсе”), “Inofon BASH”, “IQ БалаБаш”, "Әлифба" тигәндәре балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төҙөлгән, телде уйын аша өйрәтәләр.
Өлкәндәр өсөн “Сәләм”, “БашҡортВорд”, “Туған тел”, “Эшлекле башҡорт теле” кеүек мобиль программалар әҙерләнгән.
Миҫал өсөн, “Сәләм”дә 117 дәрес тупланған. Улар ябай кимәлдән башлана һәм ҡатмарлаша бара. Ҡушымта аша 1500 һүҙ һәм һүҙбәйләнеште ятларға, тест үтеп белемеңде тикшерергә лә мөмкин. Быларҙан тыш, ҡушымтаға 15 мең һүҙҙән торған русса-башҡортса һүҙлек, онлайн тәржемәсе һәм башҡорт өндәрен әйтергә өйрәтеүсе дәрестәр ҡуйылған.
– Силәбе ҡалаһында башҡорт телен өйрәнеүселәр төркөмөндә шөғөлләнәм. Уҡытыусыбыҙ – Идәлиә Ғилмийән ҡыҙы Һөйөндөкова. Бынан тыш, телде мобиль ҡушымталар аша ла өйрәнәм. Улар ваҡытты күп алмай – көнөнә 10 минут шөғөлләнеү ҙә һөҙөмтә бирә, – башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе рус егете Александр.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Башҡорт телен модалы итергә кәрәк”, – тигәйне. Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында барлыҡҡа килгән был ҡушымталар шул бурсты үтәй ҙә инде – телде интернетта, йәғни хәҙерге балалар һәм йәштәр өсөн ғәҙәти мөхиттә өйрәтә.
Автор видеоһы.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.