Башҡортостанда рухи, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бихисап проекттар тормошҡа ашырыла, был турала күп тапҡыр яҙғаныбыҙ бар. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын асыу, “Башҡорт аты” фестивале, Китап байрамы, Евразия фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү, Евразия күсмә цивилизациялар музейына нигеҙ һалыу айҡанлы Торахан визит үҙәген асыу, геопарктарҙы үҫтереү һәм башҡа күп саралар ошо мөһим йүнәлештәге ғәмәлдәргә ҡарай.
Башҡортостан Евразия эсендә бәйләнештәр булдырыу, берләшеү буйынса бик уңышлы эшләй. Был юҫыҡтағы эштәрҙең береһе тип Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөүҙе атарға мөмкиндер. Европа менән Азия ҡушылған ерҙә урынлашҡан Башҡортостаныбыҙ – төрлө халыҡтар, телдәр һәм мәҙәниәттәр киҫешкән урын. Әлеге музей республиканың бай тарихын сағылдырыу өсөн булдырыла ла.
Башҡортостанда дөйөм тарихҡа, рухи байлыҡҡа ҡарата һаҡсыл ҡарашҡа нигеҙләнеп атҡарылған мөһим проекттар ил кимәлендә лә күҙгә эленмәй ҡалмай. Шуның бер сағылышы булып, “Российская газета”ла Рәсәй Президенты В.В. Путиндың халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкойҙың Башҡортостан тураһында мәҡәләһе донъя күрҙе. Автор республикала тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш йәшәп килгәнгә һоҡланыуын белдерә, яңы асылған мәҙәни объекттар тураһында һүҙ йөрөтә. Башҡортостан етәкселеге киләсәкте үткәндәрҙең ныҡлы нигеҙенә таянып ҡына төҙөргә мөмкин икәнлеген асыҡ аңлай, тигән фекерҙе еткерә Михаил Швыдкой. Бындай танылыу Башҡортостандың башҡалар өсөн дә тарихи үткәндәрҙе бөгөнгө менән нисек бәйләргә була икәненә яҡшы өлгө булып тороуы хаҡында һөйләй. Ғорурланырлыҡ бит!
Шишмә районындағы Торахан кәшәнәһе биләмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү ниәте тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне: “Беҙ ҙур асыштар алдында торабыҙ. Халҡыбыҙ тарихының асылмаған серҙәре бик күп. Йәштәр тарихыбыҙҙы, этнографияны, ата-бабаларының боронғо көнкүрешен белһен өсөн Евразия күсмә цивилизациялар музейы булдырырға ҡарар иттек”. Буласаҡ музейҙың визит үҙәге ошо йәйҙә асылды ла инде.
Таш быуаттар осорон сағылдырған "Шүлгәнташ" музейын булдырыу, бронза һәм тимер быуаттар осорон һынландырырға тейешле Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү – республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировтың Башҡортостан Евразия тарихында лайыҡлы урын биләһен өсөн һалған тырышлығының билдәһе. Ошондай проекттар аша Башҡортостан танылыу яулай бара, уның туристик үҙәккә әйләнеү ихтималлығы арта. Республикабыҙ кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгәндән алып Евразия халыҡтарының һәм төрлө мәҙәниәттәрҙең берләшеүе, бәйләнеше урыны булған.
Алда телгә алынған мәҡәләлә Михаил Швыдкой Торахан кәшәнәһе, уның биләмәһендә төҙөлә башлаған Евразия күсмә цивилизациялар музейы, халҡыбыҙҙың айырым бер ғорурлығы булған Шүлгәнташ мәмерйәһе, уға арналған тарихи-мәҙәни музей комплексы тураһында яҙа.
“Евразия күсмә цивилизациялар музейын барлыҡҡа килтереү ихтыяжы кешенең йәшәйештең, был донъяла үҙенең булыуы мәғәнәһен, асылын аңларға тырышыуына нигеҙләнә, – тип яҙа автор. – “Шүлгәнташ” ҡурсаулығын төҙөү ҙә әҙәм балаһының ошо уҡ тәбиғи мохтажлығына бәйле”.
“Радий Хәбиров киләсәкте үткәндәрҙең ныҡлы нигеҙенә таянып ҡына төҙөргә мөмкин икәнлеген асыҡ аңлай. Тап шуға ла Башҡортостан үҙ мираҫына ныҡ иғтибарлы. Бында хатта тәү ҡарашҡа дөйөмләштереп булмаҫтай нәмәләрҙе лә берләштерерлек миҫалдар бар”, – тип билдәләй Михаил Швыдкой һәм, Өфөлә Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы барлығын белгәс, тәүҙә ғәжәпләнгәнен белдерә. “Евразия үҙәгенән Төньяҡ ҡотопҡа ҡәҙәре бөтөнләй яҡын түгел. Әммә Өфө кешеһе Валериан Альбановтың – “Изге Анна” шхунаһы штурманының – “Ике капитан” геройҙарының береһе икәнен, ә Вениамин Кавериндың был билдәле романда уның көндәлектәрен ҡулланғанын белгәс, күҙгә күренмәҫ үткәндең бөгөнгөлә асылып киткәнен һәм үҙенә арбағанын аңлайһың”, – тип һоҡлана.
Мәҡәләһендә Михаил Швыдкой, әлбиттә, Федор Шаляпин музейын да телгә алмай үтмәй. “Шаляпин музейында заманса технологиялар тантана итһә лә, геройға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт һаҡлана”, – тип билдәләй ул.
...Үткәндәрҙе баһалау, бөгөнгөнө ҡәҙерләү – ул киләсәкте хәстәрләү ҙә. Республикабыҙҙа ошо күп тапҡыр ҡабатланған хәҡиҡәтте аңлайҙар, шуға ла беҙҙә киләсәк быуындар ҙа ата-бабаларҙың бай тарихы, данлы үткәндәр менән ғорурланып, унан көс алып йәшәй алһын өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыуға ҙур тырышлыҡ һалына.
Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры:
– Проект тыуған ерҙең мәҙәни мираҫына һөйөү һәм ихтирам менән төҙөлә икән, быны һиҙмәү мөмкин түгел. Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге лә бик тотанаҡлы, юғары сифатлы һәм был дала пейзажында бик урынлы булып сыҡты. Торахан кәшәнәһе уның фонында айырылып та тормай. Бина, йәйәүлеләр һуҡмағы кеүек үк, бик тәбиғи булып тора һәм кәшәнә менән берҙәм матур комплексты тәшкил итә. Был тотороҡло стиль һәм тамырҙарға ҡарата хөрмәт тойғоһо деталдәрҙә лә сағыла: визит үҙәге диуарындағы милли биҙәктәр, кафелағы кейеҙ яҡтыртҡыстар; хатта аш-һыу бүлмәһендәге керамикаға ла дала үләндәре һәм сәскәләре һүрәте баҫылған. Визит үҙәге, “Шүлгәнташ” музей комплексы кеүек үк, беҙҙең башҡорт архитекторҙары һәм дизайнерҙарының эше.
Рәсәй Президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Ефимович Швыдкойҙың проекттарыбыҙҙы юғары баһалауы беҙгә уғата ҡәҙерле. Был – чиновниктың ғына түгел, ә сәнғәт фәндәре докторының баһаһы.
Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселегендә беҙҙең республика мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. “Шүлгәнташ” музейы ла, Евразия күсмә цивилизациялар музейы ла республиканың бренд проекттары булып тора. Башҡортостан үҙенең мираҫын һаҡлау буйынса эш алып бара, артабан иһә был проекттар донъя аренаһында республика имиджына хеҙмәт итә.
Фото: визит үҙәген асыу ваҡытынан - glavarb.ru