Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған көнөндә арҙаҡлы шәхестең Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу кеүек изге йола һаҡлана. Быйыл да журналистар Шәһит Әхмәт улына оло хөрмәт күрһәтте.
Шәһит Хоҙайбирҙин 1896 йылда Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тыуған, 1924 йылдың 21 декабрендә ни бары 28 йәшендә вафат булған, Өфөлә ерләнгән.
Һәйкәл алдындағы иҫтәлекле сарала Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Шәһит Хоҙайбирҙиндең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
– Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның булыуы журналистарҙы илһамландыра һәм дәртләндерә, ҙур маҡсаттар менән йәшәргә саҡыра, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Ә быйылдан премияның күләме 500 мең һумға күтәрелеүен ҡәләм оҫталарының эшенә ҙур баһа тип аңларға кәрәк.
Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзитендә ошо премияны алыусы Динә Арыҫланова, Айрат Нурмөхәмәтов, Рәмилә Мусина, Кәримә Усманова эшләй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә 2024 йылғы премия лауреаттарының исемдәре билдәле буласаҡ.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Алик Шәкиров, ветеран журналистар Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм Марсель Сәлимов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, тележурналист Гөлдәриә Йосопова һәм башҡалар ҙа сарала уй-фекерҙәрен еткерҙе, киләсәккә пландары менән бүлеште.
Фото: Илдар Аҡъюлов.