Башҡорт донъяһы
15 Октябрь 2024, 09:00

Кейекбайға килен төшкән!

Бөрйән районының Кейекбай ауылында йәш киленгә һыу юлы күрһәткәндәр.

Кейекбайға килен төшкән!Кейекбайға килен төшкән!
Кейекбайға килен төшкән!

Көҙ - туйҙар осоро. Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Кейекбай ауылында йәш киленгә һыу юлы күрһәткәндәр.

- Ауылыбыҙҙа ҡыуаныслы ваҡиға - Нәфисә һәм Әмир Фәйзуллиндарҙың йортона килен төштө.
Һыуҡайҙарға барып, һыуҙар алып,
Һалҡын һыуҙар тултырып бирәйек.
Килен генә булып үтер юлдың
Һуҡмаҡтарын башлап бирәйек, -
тип мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Гөлбаныу" фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары һыу юлы күрһәтеү йолаһын үтәне, - тип хәбәр итәләр Кейекбай ауылы клубы төркөмөндә.

Ә һеҙҙең йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы бармы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: Кейекбай ауылы клубы төркөмөнән

Кейекбайға килен төшкән!
Кейекбайға килен төшкән!
Кейекбайға килен төшкән!
Кейекбайға килен төшкән!
Кейекбайға килен төшкән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас