Башҡорт донъяһы
26 Октябрь 2024, 12:30

Ҡыҙҙар бит ул йорт йәме

Музыка менән мауығыуҙан, уртаҡ ҡараштарҙан һәм мәнфәғәттәрҙән башланған танышыу тора-бара оло һөйөүгә олғаша...

Ҡыҙҙар бит ул йорт йәмеҠыҙҙар бит ул йорт йәме
Ҡыҙҙар бит ул йорт йәме

Федоровка ауылында йәшәгән Гөлгөнә Таһир ҡыҙы һәм Әлфир Фәрит улы Дилмөхәмәтовтар ғаиләһендә береһенән-береһе илгәҙәк, матур өс ҡыҙ үҫә. Күп балалы татыу ғаиләне районда белмәгәндәр һирәктер.

Гөлгөнә – Стәрлебаш районы ҡыҙы, тормош иптәше Әлфир  – Салауат ҡалаһынан. Музыка менән мауығыуҙан, уртаҡ ҡараштарҙан һәм мәнфәғәттәрҙән башланған танышыу тора-бара оло һөйөүгә олғаша. Салауат музыка колледжын тамамлағас, йәш белгестәрҙе Федоровка районының мәҙәниәт һарайына эшкә ебәрәләр. Әлфир – концертмейстер, тауыш режиссеры,  ә ҡатыны  ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар коллективтары хормейстеры, жанр ижады буйынса белгес булараҡ эш башлай, тип яҙа “Ашкадарские зори”.

Өлкән ҡыҙҙары Сабина өсөнсө класта “отлично”ға ғына уҡый, әсәһенең уң ҡулы. Әлфиә балалар баҡсаһына йөрөй, ике йәшлек Айзиләне барыһы ла яратып туя алмайҙар. Аталары ҡыҙҙары өсөн ҙур абруйға эйә булған ҡәҙерле кеше һәм таяныс, әсәләре – иң яҡын кәңәшселәре. Тормоштоң ауыр мәлдәрен бергәләп, кәңәшләшеп үткәреп ебәрәләр.

”Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса алынған бик күркәм йортта йәшәйҙәр.  Хәстәрлекле әсәй ҡышҡылыҡҡа шифалы үләндәр, еләк-емеш, ҡайнатма әҙерләү менән мәшғүл булһа, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнһә, ире балыҡ ҡармаҡлау менән мауыға. Ҡышын саңғыла йөрөй, райондаштарҙың волейбол командаһында уйнай.

Дилмөхәмәтовтар башҡорт халҡының  милли традицияларында тәрбиәләнгән, туған тел, мәҙәниәт  уларҙың шәхес булараҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Талантлы парҙар икәүләшеп тә, коллектив менән дә сығыш яһай, уларҙың номерҙары күп концерттарҙың матур биҙәге. Әлфир Фәрит улы  республика конкурстарында призлы урындарға лайыҡ булған “Юлдаш” халыҡ ансамблендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙар оло һөйөү, бай мәҙәни мираҫ һәм ғаилә традициялары мөхитендә үҫә.

Тап ошондай ғаиләләр менән ил көслө лә инде. Дилмөхәмәтовтарҙың татыу, берҙәм ғаиләһенә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: https://ashzori.ru/articles/o-tekh-kto-ryadom/2024-10-14/mnogodetnost-vazhna-dlya-protsvetaniya-strany-3966287

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас