Ике йыл элек Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимының иҫтәлеге мәңгеләштерелде: Оло Глушица ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы скверында күренекле ғалим, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең, беренсе орфография һүҙлегенең һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшинға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Ваҡиға күренекле ғалимдың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналғайны. Сараны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Һәйкәлдең скульпторы — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.
Сарала Ғәббәс Дәүләтшиндың ейәнсәре, кинорежиссер, сценарист, продюсер, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Новосибирсктағы Документаль кино йорто музейы етәксеһе Элла Дәүләтшина ла ҡатнашты, Ғ. Дәүләтшин исемен артабан мәңгеләштереү мәсьәләләрен күтәрҙе, шулай уҡ, уның тураһында документаль фильм төшөрөүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Ниһәйәт, Себер тарафынан яҡшы хәбәр килеп етте: фильм әҙер һәм ошо көндәрҙә Өфөлә уның презентацияһы уҙасаҡ.
Элла Хәмзә ҡыҙы Дәүләтшина 1947 йылда Мәскәүҙә тыуған. Атаһы – Хәмзә Ғәббәс улы – билдәле профессор, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың, Үзбәкстандың төрлө предприятиеларында, шулай уҡ Мәскәү һәм Өфө ҡалаларының нефть институттарында эшләгән. Элла Хәмзә ҡыҙы Ленинград университетының филология факультетын, һуңынан ВГИК-тың сценарий факультетын тамамлаған. Ул төшөргән фильмдар күп тапҡыр төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән халыҡ-ара фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ булған.
Э. Дәүләтшинаның “Торналарым минең “ (“Журавли мои”; 2023) фильмы Һамар башҡорттарының тормошо һәм Элла Хәмзә ҡыҙының олатаһы, күренекле ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың яҙмышы тураһында. Ғәббәс Дәүләтшин һамар далаһының Таш-Күстән ауылында тыуған, лингвист булып танылған һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн ғүмерен биргән. Уның йыр мәҙәниәтенә индергән өлөшө лә ифрат ҙур. Әйткәндәй, ғалимдың тауышы аудиоға яҙҙырылған, ул 1937 йылдан Санкт-Петербургта, Пушкин йортонда һаҡланған. Был ҡиммәтле табыш күптән түгел асыҡланған һәм Элла Хәмзә ҡыҙына ижади этәргес биргән. Ул төшөргөн фильмдың асылы ла шунда: арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең исеме тергеҙелгән һәм мәңгеләштерелгән. Уға ҡуйылған һәйкәл дә ошоно иҫбатлай: Ғәббәс Дәүләтшин тыуған еренә, торналар төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан... Форсаттан файҙаланып, беҙ Элла Хәмзә ҡыҙы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм бер нисә һорау бирҙек.
– Һеҙ Мәскәүҙә тыуғанһығыҙ, биш йәшегеҙҙә ата-әсәйегеҙ менән Өфөгә күсеп килгәнһегеҙ. Бала саҡтың иң сағыу тәьҫораттары ниндәй?
– Миңә ул саҡта биш йәш самаһы булғандыр, моғайын. Иң иҫтә ҡалған ғәмәлдәр – Өфө опера театры, мине тетрәндергән «Сыңрау торна» балеты, сәнғәт менән тәүге сағыу осрашыуым. Әммә ул саҡта, әлбиттә, быны белмәгәнмен. Хәҙер иһә Өфө балет труппаһының бик шәп булыуын, артистарҙың Ленинградта уҡығанын аңлайым, беләм. Күпмелер ваҡыттан һуң мин тап ошо балеттың, әммә алдараҡ, буласаҡ бөйөк сәхнә оҫтаһы Рудольф Нуриевта көслө тәьҫорат ҡалдырғанын белдем. Ул театрҙан алыҫ түгел йәшәгән, уның өсөн был балет бейергә теләүгә этәргес булған. Бала саҡта, йәшлек осоронда сәнғәт менән осрашыуҙар нисек тормоштоң образдарға әүерелеүен, йәки әкиәттең йәшәйеш менән нисек үрелеп барыуын аңларға ярҙам итә. Һәр саҡ тормошта күтәрелергә этәргес биргән ғәмәл бар. Бының, шул иҫәптән, бейеү, йыр, опера йәки китап булыуы мөмкин. Йәки фильм.
Хәҙер йыш ҡына телевизион фильмдарҙы документаль тип атайҙар, әммә был дөрөҫ түгел. Документаль кино – дөрөҫлөктө, ысынбарлыҡты һөйләү сәнғәте, өҫтәүенә «сәнғәт» һүҙе бында төп ғәмәл. Әйткәндәй, Рәсәйҙәге күп кенә уңышлы уйын фильмдары ла документаль тарих нигеҙендә эшләнгән. Был феномен миңә бик ҡыҙыҡ. Кешеләр, ғөмүмән, дөрөҫлөктө, ысын тарихтарҙы эҙләй, күрәһең. Сөнки, Чехов әйтеүенсә, һәр беребеҙҙең тормошо — бәләкәй генә хикәйә өсөн сюжет. Ә ҡайһы берҙә хатта тотош эпопея.
Йыш ҡына минән: “Фильмдар өсөн геройҙарҙы нисек һайлайһығыҙ?” – тип һорайҙар. Кино режиссерҙың үҙ-үҙенә: "Тап ошоно башҡаларҙың да күреүен теләйем", – тиеүенән башлана. Миңә, тәү сиратта, тарих, сюжет ҡыҙыҡлы.
– Яҙмыш һеҙҙе Себер яҡтарына нисек ташланы?
– 1982 йылда Красноярск ҡалаһына күсеп килдем. Ул саҡта беҙ ирем менән Ленинград документаль фильмдар студияһының Вологда корпунктында эшләй инек. Бында Красноярскиҙа Свердловск киностудияһының филиалы асылыуы тураһында белеп ҡалдыҡ. Шулай, беҙ Себергә юлландыҡ. Красноярскиға килгәс, Ленинград студияһында минең сценарий буйынса билдәле яҙыусы Виктор Петрович Астафьев тураһында фильм төшөрөү башланды. Фильм сыҡты, юғары профессиональ баһа алды. Был Астафьев тураһындағы тәүге фильм ине. Һәм бер көндө мине, шылтыратып, Новосибирск ҡалаһындағы Көнбайыш-Себер киностудияһына эшкә саҡырҙылар. Бына ошолай яҙмышым ғүмерлеккә Себер менән бәйләнде, – тине Элла Хәмзә ҡыҙы.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.
Фотолар Э. Дәүләтшинаның шәхси архивынан.