Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
4 Ноябрь , 08:00

Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Беҙҙең күп милләтле илебеҙ быуаттар буйы халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы менән көслө булды. Ошо темаға арналған мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ. 

Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Ошо көндәрҙә Когалым ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы (йыйылышы)» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре өсөн мөһим ваҡиға булды  – «Мираҫ» этноүҙәге һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе асылды.  Был – урындағы милләттәштәребеҙ өсөн – күптән көтөлгән ваҡиға.  

Этноүҙәк ҡала хакимиәте ярҙамы менән юлланған бинала, шулай уҡ берләшмәлә ҡатнашыусыларҙың тырышлығы менән асылған, тирмә  рәүешендә эшләнгән. Бында боронғо көнкүреш әйберҙәре, тарихи материалдар,  көндәлек кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ милли атрибуттар менән биҙәлгән кейем-һалым элементтары ҡуйылған, ҡатын-ҡыҙ – йорт усағын, ә ир-егет яугир, йортто һәм тыуған илде һаҡлаусы булараҡ күрһәтелгән.

Когалым ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы (йыйылышы)» йәмәғәт ойошмаһы йыйылышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостанды мәғариф һәм фән министрлығының  әйҙәүсе белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты. Улар ҙа  Когалымда этноүҙәк асылыуҙың айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне. Ҡунаҡтарҙы, шулай уҡ Төмән өлкә думаһы депутаты  Инна Лосева сәләмләне.

— Беҙ күп милләтле илдә –  бөйөк Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.  Быйыл Төмән өлкәһенең  80 йыллығын билдәләнек. Нигеҙ һалынған осорҙа ул иң перспективаһыҙҙарҙан һанала. Ә бөгөн беҙ күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡты бирмәйбеҙ һәм шул иҫәптән, Башҡортостандан килгән нефтселәрҙең бында нефть сығара башлауы арҡаһында Төмән өлкәһе донъяның иң ҙур нефть һәм газ төбәктәре исемлегендә беренсе урындарҙың береһен биләй.

Когалымға Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән төрлө милләт кешеләре йыйылған һәм бында юҡҡа ғына беренсе урам «Халыҡтар дуҫлығы» урамы тип аталмаған. Барыбыҙ өсөн дә илебеҙҙең ҡеүәтле һәм көслө булыуы мөһим. Эргәбеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, тарихы тураһында күберәк белгән һайын, беҙ көслөрәк һәм байыраҡ буласаҡбыҙ, — тине Инна Вениаминовна сәләмләү һүҙендә.

Инна Лосева билдәләүенсә, Когалым башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Алһыу Сәләхетдин ҡыҙы Дәүләтбирҙина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Когалымда йәшәгән башҡорттар өсөн бик күп эштәр башҡара алған, атап әйткәндә, уларҙы берләштергән һәм башҡорт мәҙәниәте мөйөшөн — «Мираҫ» этноүҙәген ойоштора алған. Унан тыш, бында  йәкшәмбе мәктәбе лә эшләйәсәк, унда башҡорт балалары Зилә Ғәлләм Ҡыҙы Арыҫланова етәкселегендә туған телен өйрәнә аласаҡ.

Этноүҙәк башҡорт халҡының туған телен, мәҙәни традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, йолаларына һәм телдәренә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү өсөн уникаль майҙансыҡҡа әүереләсәк.

Ҡаланың «Башҡорттар ҡоролтайы (йыйылышы)» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алһыу Дәүләтбирҙина ла шатлығы менән ихлас бүлеште:

 –  “Мираҫ” этноүҙәге  балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән берлектә эшләйәсәк. Башҡорт халҡының тарихын, ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын, ата-бабаларыбыҙ уйнаған уйындарҙы өйрәнәсәкбеҙ. Ҡала хакимиәте урындағы йәмәғәт ойошмаларына даими ярҙам күрһәтә – бының өсөн ҙур рәхмәт.

Барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙ балаларыбыҙ һәм маҡсатыбыҙ уртаҡ  – илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү. Башҡарылған эш Когалымды төйәк иткән башҡорттар өсөн дә, башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә файҙалы булыр тип ышанабыҙ. Беҙ барыһына ла туған мәҙәниәтебеҙ тураһында еткерергә теләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта балаларыбыҙға ябай хәҡиҡәтте еткереү мотлаҡ: башҡорт халҡында үҙенсәлекле мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәр бар икән, тимәк, ул башҡа халыҡтарҙа ла бар һәм һәммәһен берҙәй хөрмәт итергә кәрәк.

Көнбайыш мәҙәниәте үҙ идеологияһын юҡҡа сығарған һәм күпселек йәһәттән донъяға ҡарашыбыҙға ҡаршы булған, ә урыны менән кешенең тәбиғәтенә лә ҡаршы килгән. Бөгөнгө көндә балаларыбыҙҙы илебеҙ киләсәге өсөн һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Һәммәбеҙгә лә үҙҙәренең берҙәйлеген һаҡлап ҡалырға ярҙам итеү, башҡорт халҡының хәҙерге һәм киләсәк быуындарына Рәсәйҙең роле тураһында һөйләү маҡсаты менән этноүҙәк идеяһы тыуҙы,  –  тине ул.

Фото: kogvesti.ru

Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Бөгөн - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: