...Зилә Ғәфүрова Ҡоролтайға балҡып килеп инде: алсаҡ, әүҙем ханым икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. “Башҡортостанда булып та, башҡорт халҡын берләштергән төп ойошмаға инеп сыҡмаһам, яҙыҡ булыр; шәхсән танышырға килдем һеҙҙең менән”, – тине ул.
Зилә Хисам ҡыҙы Ғәфүрова Мәләүез районының Апас ауылында тыуып үҫкән. Яратҡанына – класташы Миңнулла Ҡадир улы Ғәфүровҡа кейәүгә сыҡҡан. Уны, хәрби кеше булараҡ, Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә ебәргәндәр. Бына шулай, Зилә һәм Миңнулла Ғәфүровтар 1978 йылда тыуған яҡтан бик алыҫта, Уссурийск ҡалаһында төпләнгән. Бөгөн Зилә апайҙы Приморье крайы милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы әүҙемсеһе, Уссурийск ҡалаһының «Татарҙар һәм башҡорттар үҙәге» ағзаһы тип беләләр. 2010 йылда уны Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп тә һайлағандар. Зилә Хисам ҡыҙы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн төрлө кимәлдәге грамоталар, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
– Йәп-йәш килеш яҙмыш беҙҙе тыуған Башҡортостандан йыраҡҡа алып китте. Тәүҙә миңә шул тиклем ауыр булды, ата-әсәйемде һәм тыуған еремде бик һағындым, эргәмдә яратҡан кешем булыуы ғына ҡотҡара ине. 2001 йылда урындағы «Коммунар» гәзитендә иғлан баҫылды, унда Әхтәм Хәсбиуллин ҡатыны Роза Ғәйнулла ҡыҙы менән татар-башҡорт йәмғиәтен ойоштора, тип хәбәр ителгәйне. Йөрәгемдә дәрт-дарман уянды, мотлаҡ барам тип үҙемә һүҙ бирҙем. Беренсе осрашыу ҡала китапханаһында булды, ни бары һигеҙ кеше килде. Йылдар дауамында яйлап яңы кешеләр ҡушылды, йәмғиәтебеҙ Приморье крайы башҡорттарын һәм татарҙарын берләштерҙе. Ғөмүмән, беҙҙә талантлы кешеләр күп. Йырсы Вәсилә Давиденко, уның һеңлеһе Зөлфирә Губанова һәр сарала сығыш яһай, шул иҫәптән халыҡ-ара фестивалдәрҙә лә. Хәсбуллиндар, Ғафуровтар, Бикбулатовтар, Ғилметдиновтар һабантуй һәм башҡа байрамдарҙы үткәреүҙә даими финанс ярҙамы күрһәтә. Барыһына ла ҙур рәхмәт, берҙәм тырышлыҡ арҡаһында беҙҙең ойошма йәшәй һәм артабан үҫә.
Ирем Миңулла, хеҙмәте етди булһа ла, беҙҙең менән бөтә сараларҙа ҡатнашырға ваҡыт тапты. Уның ҡулдары алтын ине. Тирмә биҙәне, һандыҡ, орсоҡ кеүек әйберҙәр эшләне, иң алдан йөрөнө. Башҡортостанға һәр сәфәрҙән боронғо әйберҙәр алып ҡайттыҡ, әле лә улар тирмәбеҙҙе биҙәй. Ойошмаағы осрашыуҙарҙа туған телдә һөйләшәбеҙ, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлайбыҙ.
Мин 40 йыл тиерлек урындағы һөт заводында мастер булып эшләнем. Ирем менән өс бала үҫтерҙек, юғары белем бирҙек. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл әле ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә. Улдарыбыҙ Рөстәм менән Илнур ҙа һөнәрҙәре буйынса эшләй, ойошмабыҙға финанс яҡтан ярҙам итә.
Гүзәл ҡыҙымдың өс балаһы бар, улар ҙа башҡорт-татар ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнаша, сараларҙа сығыш яһай. Әйткәндәй, башҡорт-татар ойошмаһы “Дуҫлыҡ” тип атала, етәксебеҙ – Таһир Әнүәр улы Ибашев, Приморье крайы Закондар сығарыу палатаһы депутаты, сығышы менән Кушнарен районынан. Ул Владивостокта башҡорт- татар мәҙәниәте музейын асыу өсөн күп көс һалды. Беҙ уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы, ҡорама юрғанды, башҡорт милли баш кейемен, әсәйем йәш сағында сигеп эшләгән боронғо һөлгөләрҙе шәхсән үҙем музейға тапшырҙым. Таһир Әнүәр улы йыл һайын һабантуй үткәреү өсөн күп көс һала. Фольклор коллективы менән Хабаровск, Уссурийск, Владивосток, Сахалинск, Камчатка ҡалаларында, хатта Ҡытайға ла сығып сығыш яһайбыҙ.
Был ҡайтҡанымда Мәләүездә сәсән Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала яҡташтарым мине осрашыуға саҡырҙы, бик матур кисә ойошторҙо. Урындағы ағинәйҙәр матур концерт номерҙары ла әҙерләгәйне. Һәммәһенә лә йылы һүҙҙәре, күңел йылыһы, бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт, уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Зилә ханым.
Әүҙем ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ҙа әүҙем була: быйыл Зилә ханымдың ҡыҙының ғаиләһе “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алған.
– Кейәүебеҙ Алексей рус булһа ла, беҙҙең ансамблгә ҡушылып, ҡумыҙҙа уйнай, ейәндәрем дә да йырға-бейеүгә маһир, төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, – ти Зилә Хисам ҡыҙы.
Унан тыш әсәле-ҡыҙлы ханымдар үҙҙәренә милли кейем тегеп кейгән. Уларҙы төбәктә аш-һыу оҫталары итеп тә беләләр. Әүҙем яҡташыбыҙҙың тағы ла бер күркәм мауығыуы бар: Зилә Хисам ҡыҙы буш ваҡытында милли кейемдәге ҡурсаҡтар яһай. Уларҙың һаны ҡырҡтан артҡан. Башҡорт, татар милли кейемдәрендәге сағыу ҡурсаҡтарҙы төрлө күргәҙмәләргә алалар. Был оҫталыҡ Зилә апайҙың ҡыҙына ла күскән – ул да Рәсәй халыҡтары кейемендәге ҡурсаҡтар яһай. Әсәле-ҡыҙлы оҫтабикәләр махсус курс үтеп, диплом да алған.
– Был ҡурсаҡтар кешеләргә ифрат ҙур шатлыҡ бүләк итә. Ҡайһы саҡта бөтөнәй таныш бумаған кешеләр килеп: “Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр” ошондай кейемдә йөрөгән икән, күп нәмә белеп ҡалдыҡ”, – тип әйтәләр. Был да күңелемде үҫтерә, – ти Зилә Хисам ҡыҙы.
Ҡыҙы Гүзәл һәм Алексей кейәүе булдырған башҡорт ауылы макеты ла төрлө кимәлдә баһа алыуын ғорурланып һөйләй ул.
–Тыуған еремдән һәм милләттәштәрем менән аралашыуҙан һәр саҡ рухланып, дәрт-дарман алып ҡайтам. Ғөмүмән, тыуған яҡҡа һәр килеүем – минең өсөн ҙур бәхет, илһам сығанағы. Башҡортостандың төрлө йүнәлештәр буйынса илебеҙҙең алдынғы төбәге булыуына, йылдан-йыл сәскә атыуына, Өфөнөң заманса яңырыуына ҡарап шатланам – тимәк, республика етәкселеге халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. Алда тағы ла матур осрашыуҙар күп булһын!, - тип хушлашты беҙҙең менән Зилә Ғәфүрова апай. Уға һаулыҡ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Г. БАЛТАБАЕВА.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.