Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында эшләп килгән “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле ойошторолоуға 25 йыл тулды. Ошо уңайҙан уның коллективы күптән түгел тамашасыларын юбилей концертына йыйҙы.
Башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын бөтә матурлығында, сағыулығында күрһәтә белә “Шатлыҡ”.
– Ул – беҙҙең милли ойошманың ғорурлығы, визит карточкаһы. Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, төрлө халыҡтар араһындағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторолған ансамбль үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәп, йылдан-йыл юғарыраҡ үрҙәр яулай бара, – ти Сорғот ҡалаһындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияның башҡарма директоры Зөлфирә Һырлыбаева.
Тарихына килгәндә, “Шатлыҡ” бейеү ансамбле 1999 йылдың октябрендә урындағы башҡорт һәм татар йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта төркөмдә 25 кенә кеше шөғөлләнә. Шул мәлдән алып 2012 йылға тиклем ансамблгә Рәзинә Сәмиғуллина етәкселек итә. “Шатлыҡ”ҡа ҡушылырға теләгән бейеүселәр артҡандан-арта бара, тамашасылар ҙа күбәйә. Һөҙөмтәлә ансамблгә 2010 йылда “халыҡ” исеме бирелә. Хәҙер иһә коллективта 8 – 30 йәшлек 72 кеше иҫәпләнә. Етәкселәре – Лилә Ғарифуллина һәм Артур Килмәков.
Ансамбль 25 йыллығын ҡала, округ, ил, халыҡ-ара кимәлдәге бихисап конкурстарҙың, фестивалдәрҙең лауреаты, еңеүсеһе булараҡ ҡаршыланы. “Башҡортостанда үткән телевизион конкурста ике тапҡыр гран-при яуланыҡ. Был еңеүҙәр беҙҙең өсөн айырыуса ҡәҙерле. Ни өсөн тигәндә, уларға тыуған төйәгебеҙҙә тап башҡорт бейеүҙәре аша лайыҡ булдыҡ, – ти коллектив етәксеһе Лилә Ғарифуллина. – Төрлө милләттәр ҡатнашлығындағы конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһайбыҙ. Һәр халыҡтың бейеүҙәрендә уның милли һыҙаттарын, асылын, рухын, ынтылыштарын күрһәтергә тырышабыҙ. Шуғалыр ҙа, төрлө милләт тамашасылары сығыштарыбыҙҙы яратып ҡабул итә”.
Сорғотҡа эшкә килгән яҡташтарыбыҙ өсөн “Шатлыҡ” – рухи таяныс. Уның концерттарына дәррәү йөрөйҙәр, байтағы үҙҙәре ансамблдә бейей, балаларын да килтерә. Шатлыҡ уртаҡлашҡан һайын арта тигәндәй, халыҡтың һөйөүе арҡаһында “Шатлыҡ”тың да майҙаны, маҡсаттары киңәйә, даны нығыраҡ тарала бара. Ҡала хакимиәте етәкселеге, урындағы башҡа милли ойошмалар ҙа башҡорт ансамбленең хеҙмәтен юғары баһалай. “Үҙенең сирек быуатлыҡ эшмәкәрлеге барышында “Шатлыҡ” Сорғотта ғына түгел, ә тотош Ханты-Манси автономиялы округында мәҙәни мираҫты, хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул башҡа ансамблдәр өсөн юғары өлгө булып тора”, – ти сорғоттар.
“Шатлыҡ”тың юбилейы уңайынан үткәрелгән ҙур концерт та дәррәү алҡыштарға күмелде. Тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы булды, һәр кем яратҡан ансамбленә һөйөү, рәхмәт хистәрен еткерергә ашҡынды. Тыуған ерҙәренең бер өлөшө, ҡайнар һулышы кеүек бит ул...
Полина ПОПОВА,
Сорғот ҡалаһы.
Фото: admsurgut.ru