Ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһының Некрасов исемендәге китапханаһында өлкә башҡорттары ҡоролтайының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала милли ойошманың 2019 - 2024 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә уның рәйесе Йәғәфәр Яманһарин байҡау яһаны.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары вәкилдәре, республиканың әҙәбиәт һәм фән әһелдәре ҡатнашты. Быйыл декабрҙә үтәсәк Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары съезында төбәктән 18 делегат ҡатнашасаҡ.
Ырымбур ҡалаһының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә иһә күренекле шағир, драматург, башҡорт мәғарифына нигеҙ һалыусы Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы ойошторолдо.
Хәбибулла Ғәбитов шағир, драматург, билдәле тел белгесе, башҡорт фольклорын тәүге өйрәнеүселәрҙең береһе булараҡ билдәле. Ул республиканың матбуғат һәм мәғарифына нигеҙ һалыусы, тәүге Башҡорт хөкүмәте – Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы булараҡ Башҡортостан тарихында ҡалған.
Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы координаторы, тарих фәндәре кандидаты, доцент Нурислам Ҡалмантаев, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков ғилми докладтар менән сығыш яһаны.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булышлығында Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.
Шулай уҡ, Ырымбур ҡалаһындағы Хөсәйен Ямашев исемендәге китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбевтың тормошона һәм ижадына бағышланған «Милләт ғорурлығы – Рауил Бикбаев» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡатнашыусылар данлыҡлы яҡташы тураһындағы иҫтәлектәр, ҡыҙыҡлы факттар менән бүлеште, Нәфисә Смаҡованың аһәңле шиғырҙарын тыңланы, Ырымбур ҡалаһының “Яйыҡ” фольклор ансамбле сығышын ҡараны (етәксеһе – Марат Яҡшембәтов).
Унан бер көн алда Аҡболаҡ районы Аҡболаҡ ҡасабаһында Башҡортостандың халыҡ шағирына мемориаль таҡтаташ асылғайны.
Билдәле булыуынса, күренекле әҙип Рауил Бикбаев 1953-1956 йылдарҙа Аҡболаҡ педагогия училилищеһында уҡыған. Шағир йыш ҡына үҫмер йылдарын һағынып иҫкә алған, байтаҡ әҫәрҙәренең, шул иҫәптән, "Вокзал" поэмаһының яҙылыуын да ошо уҡыу йортонда үткән мәлдәре менән бәйләгән. Мемориаль таҡтаташты Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы (етәксеһе – Марат Самат улы Сарбаев) эшләткән.
Фотолар – Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы