Һуңғы ваҡытта республика халҡы Рәсәйҙең төп каналдарында барған төрлө тапшырыуҙа йыш ҡатнаша. Күптән түгел Сибай ҡалаһы моделе Илүзә Иҫәндәүләтоваға «Пятница!» телеканалының «Битва шефов» шоуында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Башҡорт һылыуы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы – бишбармаҡ әҙерләп күрһәтте. Алып барыусылар ҡыҙҙың һылыулығына хайран ҡалған, ләкин уның бешергән ризығына иҫе китмәгән. Ренат Әғзәмов оҡшатмаһа ла, Константин Ивлев Илүзәгә артабан ҡатнашыу мөмкинлеге биргән.
Өсөнсө этапта ҡатнашыусылар бер сәғәттә Дон ухаһын бешерергә тейеш ине, тип яҙған модель социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Балыҡ таҙарта белмәһәм дә, хәлемдән килгәнсә тырыштым. Стресс булды! Мин тәмле бешерәм, әммә рецепт буйынса ғына. Ә бында бер нәмә лә юҡ. Ләкин бик күңелле булды», — ти ул.
Шоуҙан төшөп ҡалһам да, эфир йондоҙҙары менән осрашыуым менән бәхетлемен, тигән Илүзә үҙенең социаль селтәрҙәге дуҫтарына.
Фото: "Башинформ"