Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Ноябрь , 23:00

Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?

Ҡурған өлкәһендәге башҡорттар ҡоролтайында һуңғы йылдарҙа башҡарма комитет етәксеһе алмашынды, башҡорт милли берләшмәһенең йәмғиттәге роле һиҙелерлек артты.

Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?
Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?

 

Әлеге ваҡытта йәмғиәттә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, төрлө файҙалы башланғыстар тәҡдим итеп, битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүҙә мөһим роль уйнай. Ҡурған өлкәһендәге башҡорттар ҡоролтайы   –  төбәктә күп йылдар был тармаҡтағы сағыу вәкил. Һуңғы йылдарҙа башҡарма комитет етәксеһе алмашынды, башҡорт милли берләшмәһенең йәмғиттәге роле һиҙелерлек артты.  Һүҙ Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе,  Сафакүл мәҙәни үҙәгенең тәжрибәле директоры Зәриә Нурулла ҡыҙы Абдуллина хаҡында. Уның етәкселегендә байтаҡ социаль әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырылды, алда ла күп ҡыҙыҡлы маҡсаттар ҡуйылған.

Атап әйткәндә...

Өлкә ҡоролтайының иң сағыу проекттарының береһе  –  башҡорт телен популярлаштырыу буйынса «Ихлас» балалар проекты. 2023 йылда уны Башҡортостан Башлығы гранттары фонды хупланы. Ғөмүмән, ситтә йәшәһәк тә, Башҡортостан етәкселегенең иғтибарын һәм ярҙамын тойоу беҙгә ҡанат ҡуя һәм яңы башланғыстарға этәрә. 

Күптән түгел иһә беҙҙең проект Ҡурған өлкәһенең хозур төбәгендә, «Йыһан» мәҙәни-һауыҡтырыу комплексы нигеҙендә өс көнлөк смена менән уңышлы тамамланды. Программа 14-18 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән, милләт-ара аралашыу сараһы булараҡ, башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың туған телдә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ғәмәлдәрҙе үҙләштереүенә лә баҫым яһалды.

 – Бала саҡта туған телдә аралашып үҫтек, шуға күрә уны бөгөн һаҡлап ҡала алдыҡ. Заманса технологиялары, глобализм кеүек күренештәр туған телдәр –  артыҡ, тигән ялған фекер тыуҙыра, сөнки милли мәҙәниәт, рух, тел тигән төшөнсәләр беҙгә милли йөҙөбөҙҙө һаҡларғ ярҙам итә. Беҙ Силәбе йәштәре өлгөһөнә һоҡланабыҙ. Улар туған телдә уңышлы видеолар эшләй, интернет-каналдарын үҫтерә,  «Осҡон» кеүек сағыу конкурстар булдыра. Беҙҙең Ҡурған йәштәренә лә һанлы мөхиттә башҡортлоғон һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән аанса шарттар ойошторорға булдыҡ,  –  ти урындағы башҡортар ҡоролтайы рәйесе.

Проектты быйыл ғинуар айында вокал буйынса оҫталыҡ дәресе менән башлағандар, артабан –  нәфис һүҙ буйынса, майҙа видео төшөрөү буйынса дәрестәр үткән. Саралар туған телдә ойошторолған һәм, ҡоротай етәксеһе әйтеүенсә,  белгестәр менән шөғөлләнеү йәштәрҙә туған телдә аралашыу буйынса тотороҡло практика барлыҡҡа килтерә, лингвистик оҫталыҡ тәрбиәләй.

Сараларға айырым туҡтағанда, видеоға төшөрөү оҫталығы буйынса интенсивтар өсөн яуаплы эксперттар иҫәбендә Силәбе өлкәһенән килгән медиаөлкә белгестәре булған. Вокал оҫталығын үҫтереү буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова һәм Ҡурған өлкәһе профессионалдары –  мәҙәниәт өлкәһендә «Душа Зауралья» премияһы лауреаты Роза Ғәлиева, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй йыр конкурстары, фестивалдәре лауреаты Юлиә Яхина ғәмәли дәрестәр уҙғарған.

Күнекмәләрҙә тупланған тәжрибә үҫмерҙәр тарайынан өс көнлөк ижади сменала ҡуланылған. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен төрлө йүнәлештәрҙә – вокал, нәфис һүҙ, видеооҫталыҡ буйынса башҡорт телендәүткән йәштәр ижады фестивалендә һынап ҡараған. Проект башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Сафакүл һәм Әлмән муниципаль округтары биләмәһендә тормошҡа ашырылған.

Ҡурған костюмының матурлығын һаҡлайыҡ

2024 йылда республика башҡорттары тормошонда тағы ла бер сағыу проект  – милли башҡорт кейеме оҫталарының «Ҡушъяулыҡ» өлкә конкурсы булды. Бәйгелә Сафакүл, Әлмән, Шумиха муниципаль округтарынан һәм Ҡурғандан конкурсанттар ҡатнашты.

Зәриә Абдуллина әйтеүенсә, Ҡурған башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейеме  бик үҙенсәлекле, ул башҡа төбәктәрҙәге башҡорттарҙың кейеменә оҡшамаған. Милли кейем менән шөғөлләнеүселәрҙең уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙур.

“Беҙҙең милли брендты популярлаштырыу маҡсатында проект әҙерләнде, уға төбәк Хөкүмәте лә ярҙам күрһәтте. Ярты йыл дауамында ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһенең тәжрибәле остазы, оҫтабикәһе Зәнилә Ғәлиева менән бергә костюмдар һәм атрибуттар текте. Әлмән ауылында проекттың финалы ойошторолдо, ҙур  милли дефиле уҙҙы. Еңеүселәр киләһе номинациялар буйынса билдәләнде: «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме», «Заманса автор кейеме», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-егеттәре атрибуттары (билбауҙар, түшелдеректәр, сәс биҙәүестәре, сумкалар, янсыҡтар) һәм «Башҡорт балалары кейеме».

 – Тыуған еребеҙ таланттарға бай булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Конкурста 17 оҫта ҡатнашты, уларҙың күбеһе –  танылған оҫталар. Шулай уҡ тәүге тапҡыр башҡорт костюмдарын тегеүселәр булыуы ла бик ҡыуандырҙы,  –  тип йомғаҡ яһаны Зәриә Нурулла ҡыҙы.

«Сафия йыуасаһы» ғына түгел...

Күптән түгел тағы ла бер проект – ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Сафия йыуасаһы» конкурсы уҙғарылды. Унда Ҡурған өлкәһенең бер нисә муниципаль берәмегенән 35 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурс сиктәрендә улар үҙҙәре тураһында һөйләне һәм ижади номерҙар тәҡдим итте, сәхнәлә туҡмас киҫте һәм үҙҙәренең кулинар эштәрен презентацияланы   –  барыһы ла жюри хөкөмөнә сығарылды  һәм еңеүселәр тамашасыларҙың һөйөү ярҙамында ла билдәләнде . Конкурстарҙың ябайлығына ҡарамаҫтан, байрам һәр кемдә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 –  Конкурс йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың ролен нығытыуға йүнәлтелгән, –- ти конкурсты ойоштороусы Роза Ғәлиева, һәм беҙ был сараны Ҡурған башҡорттары тормошонда матур йолаға әүерелер, тип ышанабыҙ.

Ғөмүмән, башҡорт ҡоролтайында һәм Ҡурған өлкәһе халҡы күңелендә популяр традицион сараларға айырыуса мөнәсәбәт йәшәй.  Ундай күркәм  саралар араһында «Сыңрау торна» башҡорт мәҙәниәте фестивале, туған телдә шиғыр һөйләүселәрҙең «Туған телем – пар ҡанатым» конкурсы, «Аҡбуҙат» шиғриәт клубы ултырышы, «Шәжәрә байрамы», «Ихлас» балалар-үҫмерҙәр форумы кеүек проекттарҙы билдәләргә мөмкин.

– Күптән түгел беҙ тағы ла Ҡурған өлкәһе Хөкүмәтенең грант конкурсында еңеүсе булдыҡ, сираттағы финанс сараһына беҙ «Шәжәрә байрамы» үткәрәсәкбеҙ. Был байрам милли традицияларҙы һәм яңылыҡҡа ынтылыш араһындағы тигеҙлекте һаҡлай торған осраҡ, – ти Зәриә Нурулла ҡыҙы.

Эш һөҙөмтәһе һиҙелерлек

Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе хаҡында Ҡурған өлкәһендә генә түгел, унан ситтә лә беләләр. Башҡортостанда бөтә донъя башҡорттары башланғысы менән үткәрелгән Фән һәм мәғариф йылы йомғаҡтары буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында өсөнсө урын алдыҡ.

– Иң мөһиме  – үҙебеҙҙең тирәләй төрлө кешеләрҙе берләштерәбеҙ, алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуябыҙ, уларҙы эҙмә –эҙлекле тормошҡа ашырабыҙ, – ти Зәриә Абдуллина. – Һәр кем үҙ өлкәһендә   – мәғариф, мәҙәниәт тармағында һөнәри эше, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан,  беҙҙең йәмәғәт ойошмаһының  берҙәм командаһын тәшкил итә. Барыһы ла туған мәҙәниәте, киләсәге өсөн борсола, тырыша, шуға күрә һәр яңы башланғыс, ҡағиҙә булараҡ, тормошҡа ла аша. Беҙ маҡсаттар ҡуя һәм һәр бурысҡа ярашлы булдыҡлы команда төҙөй беләбеҙ, ресурстар йәлеп итәбеҙ, – ти ҡоролтай рәйесе

Башҡорт йәмәғәтселәренең  социаль партнерҙары  һәм улар башҡорт ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле буласағын белә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ҡурған башҡорттары Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, Сафакүл һәм Әлмән округтарының мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары, Урал аръяғының милли берекмәләре менән килешеп, һөҙөмтәле эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто,Ҡурган өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте лә һөҙөмтәле тип иҫәпләйҙәр.

Ә әүҙем кешеләр барлыҡ ауыл-ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа  ла бар.  Ҡурған ҡалаһындағы төп ярҙамсылар  –  хаҡлы ялдағы апайҙар, оҙаҡ йылдар дауамында ҡоролтай эшен йәнләндереүсе  Земфира Стукова,  Сәфәрғәли Мусин  ҡалалағы бер милли ваҡиғанан да ситтә ҡалмай һәм ойошма тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Шумиха ҡалаһында «Ялҡын» башҡорт үҙәге әүҙем эшләй, уға Гөлнур Садиҡова етәкселек итә. Үҙәктә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалайҙар һәм популярлаштыралар, ә Гөлнур Искәндәр ҡыҙы үҙе бөтә өлкә башҡорт байрамдарында һәм фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша.

Ҡурған өлкәһе башҡорттары күпләп йәшәгән Әлмән һәм Сафакүл округтарында иһә бөтә ижтимағи эш тупланған. Бында башлыса бөтә байрамдар, фестивалдәр үткәрелә, күпселек ижади коллективтар эшләй һәм нәҡ ошо округтарҙа бик күп әүҙем кешеләр йәшәй. Күп йылдар Әлмән округында «Бәхет» фольклор коллективы менән Камила Исламетдин ҡыҙы Хәмзина етәкселек итә, уның тырышлығы менән балалар башҡорт телендә йырлай, башҡорт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә.  Камила Исламетдин ҡыҙы коллективы менән  – өлкә башҡорттары ҡоролтайы сараларының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе.

Башҡорт йырҙарын башҡарыусы, Башҡортостан тураһында йырҙар авторы Нәркис Ғәлиев етәкләгән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген ойоштороу ҙа  ҙур рухи ярҙам булды. Үҙәк ярҙамында Башҡортостанда бәйләнештәр барлыҡҡа килде, республика белгестәре ҡатнашлығында төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ябайлашты.

Роза, Нәркис, Рауил, Марат Ғәлиевтар ғаиләһе, Нәжиә Ҡадирова, Люциә Кинйәбулатова, Мөнирә Собханғолова, Хәйсәр Кәримов, Сафакүл округының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гүзәлиә Сәғҙиева, , башҡорт теле уҡытыусылары Йәлил Садыҡов, Альбина Уразова, Рәхилә Сәйфетдинова, Асия Исламғолова ла милли рухты, туған телде, тарихыбыҙҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Йәмәғәтселәрҙең башҡорт ҡоролтайында ихласлыҡ менән, ысын күңелдән башҡарған эштәре, улар йолаларға тоғро ҡалып, киләсәккә ҡарап йәшәүе ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә, халҡыбыҙҙың  берҙәмлеге һаҡлана.

Эмиль ҒӘЛИМОВ, Сафакүл мәҙәни үҙәгенең проекттар секторы мөдире, «Ихлас» проекты авторы,

Ҡурған өлкәһе.

Фотолар: Ҡурған башҡорттары ҡоролтайы.

Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?
Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?
Ҡурған башҡорттарын кемдәр берләштерә?
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: