Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айзилә Буранова Красноярск крайында уҙған “Мисс Азия – Себер” маһирлыҡ һәм матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.
Төбәк-ара конкурста рус, немец, поляк, башҡорт, татар, бүрәт, пакистан, мари, сыуаш, әрмән, хакас, үзбәк ҡыҙҙары ҡатнашҡан. Һәр береһе үҙен генә түгел, ә туған халҡының мәҙәниәтен танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ҡыҙҙар милли туй йолалары тураһында һөйләгән, йырлаған, бейегән, ғаилә йолалары тураһында видеояҙма әҙерләп алып барған.
– Беренсе турҙа ҡолаҡ тешләтеү, йәш киленде яҫтыҡҡа баҫтырыу һәм бал-май ҡаптырыу тураһында һөйләнем. Икенсе турҙа композитор Юлай Үҙәнбаевтың “Һаҡмар һылыуы” көйөнә бейенем. Өсөнсө һынауҙа башҡорт шәле тураһында һөйләнем, сөнки бәләкәйҙән өләсәйем менән әсәйемдең шәл бәйләгәнен күреп үҫкәс, был шөғөл күңелемә яҡын, – тине һылыуҡай.
Айзилә башҡорт филологияһы факультетында IV курста уҡый. Шул уҡ ваҡытта моделдәр агентлығында шөғөлләнә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында администратор булараҡ тәжрибә туплағандан һуң мөхәррир вазифаһында эш башлап йөрөй. Әйткәндәй, сая ҡыҙ, атаһы Азамат Тәлғәт улына эйәреп, умартасылыҡ кәсебен дә өйрәнеп алған!
– “Мисс Азия – Себер” конкурсы егерме йылға яҡын үткәрелеп килә. Миңә тиклем дә башҡорт һылыуҙарының еңеү яулағаны булған. Ойоштороусылар фекеренсә, беҙҙең милләт ҡыҙҙары саялығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора. “Төшөп ҡалғандарҙан булма”, – тип тәрбиәләп үҫтергән, милли мәҙәниәткә һөйөү уятҡан атайым менән әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ, – ти Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылы ҡыҙы.
Фото: Айзилә Буранованың шәхси альбомынан.