Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь , 21:25

"Бәләкәйҙәән ғорурланып үҫтем"

 Данир Ғәйнуллинға “11” һаны ниңә ҡәҙерле?

"Бәләкәйҙәән ғорурланып үҫтем"
"Бәләкәйҙәән ғорурланып үҫтем"

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин өсөн 11 һаны өсләтә ҡәҙерле икән. Ошо хаҡта бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

“1970 йылдың 11 айының 11 көнөндә, теүәл 11.00 сәғәттә мин донъяға килгәнмен. Әсәйем менән атайым миңә Данир исемен һайлаған, был бөйөк зәңгәр күктең боронғо төрки атамаһы менән бәйле – Тәңре! Бәлки, тыуғанда күк төҫөндәге күҙҙәрем булғанғалыр.

Бәләкәйҙән тыуған еремде, халҡымды, тарихыбыҙҙы яратып, ғорурланып үҫтем. Әсәйем эш һөйөргә, тырыш булырға өйрәтте. Ә Исламғол олатайым донъя көтөргә, далала усаҡ тоҡандырырға, салғы сүкергә, бесән сабырға, көтөү көтөргә, утын ярырға өйрәтте.
Ә артабанғы тормош үҙе, йәшәйештең барлыҡ нескәлектәре серен асты һәм аса”, – тип яҙған ул.

Данир Әхмәҙи улына оҙон ғүмер, ижади яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: Данир Гайнуллин

"Бәләкәйҙәән ғорурланып үҫтем"
"Бәләкәйҙәән ғорурланып үҫтем"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: