Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь , 08:00

Өфө саҡыра!

Йәмғеһе 700-ҙән ашыу ҡунаҡ көтөлә.

Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!

Мәғлүм булыуынса, 12-14 декабрҙә Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Vl съезы үтәсәк. Өфөнөң республика һәм ҡала башҡорт­тары ғына түгел, ә донъяның төрлө тарафтарына һибелгән милләттәштәребеҙ өсөн дә  рухи бишек булып тороуы мәғлүм. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә  республика делегаттарынан тыш, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә делегаттар ҡатнашасаҡ, йәмғеһе  700-ҙән ашыу ҡунаҡ көтөлә.

Һандарға килгәндә, ойошманың Рәсәй төбәктәрендә 36 бүлексәһе эшләй һәм йыл аҙағында уҙасаҡ ҙур сарала уларҙың һәр ҡайһыһынан делегеттар ҡатнаша. Квота буйынса төбәктәрҙән һәр ике мең милләттәшебеҙгә  бер делегат һайлау ҡаралған. Иң күп ҡунаҡтар Силәбе өлкәһенән көтөлә – 64 кеше. Ырымбур өлкәһенән – 18, Пермь крайынан һәм Ханты–Мансы автономиялы округынан 14-шәр делегат буласаҡ.

Сараның комплекслы планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә дөйөм йыйылыштар сентябрҙә уҙҙы. Сит ил делегациялары иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән торасаҡ.

Хәҙер иһә ҡайһы бер төбәктәрҙәге дөйөм йыйылыштарҙа айырым туҡталып үтәйек.  Силәбе өлкәһендә төбәктең башҡорт йәмәғәтселеге йыйылышы өлкә  Хөкүмәтендә үтте, сарала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов һәм өлкә Хөкүмәтенең йәмәғәт бәйләнештәре идаралығы начальнигы Дмитрий Семенов ҡатнашты.

 – Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур теләк менән булышлыҡ иткән башҡорт берләшмәләре һәм йәмәғәтселәре байтаҡ. Беҙ милләттәштәребеҙҙең дөйөм эшкә индергән өлөшөн ыңғай баһалайбыҙ. Шуға күрә өлкә Хөкүмәтендәге йыйылышта ошо төрлөлөктө иҫәпкә алырға, Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы делегаттарын ошоға ярашлы һайларға тырыштыҡ,  –  тип билдәләне Әлфир Байымов.

Урындағы башҡорт  йәмәғәтселеге фән, мәғариф, мәҙәни берләшмәләр вәкилдәре,  бизнес һәм иҡтисад, спорт өлкәләренән лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә, Алтынсы  съезд эшендә Силәбе өлкәһенән 64 кеше ҡатнашасаҡ – әйтеүебеҙсә, был Рәсәй төбәктәренән киләсәк иң ҙур делегация.

Ханты–Манси автономиялы округы - Югралағы башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәренең  Алтынсы съезға әҙерлек сиктәрендәге йыйылышы иһә Сорғотта уҙҙы.  Ҡалаға Нижневартовск, Нефтеюганск, Нягань, Покача, Лангепас, Сорғот һәм Нижневартовск ҡалалары, төрлө район вәкилдәре йыйылғайны. Бынан тыш, йыйылышта Башҡортостан делегацияһы  –  Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы Аппараты вәкилдәре,  билдәле сәхнә оҫталары, журналистар ҡатнашты.

Ҡала башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирина Пустовая Сорғотта, Юграның иң күп милләтле муниципалитеттарының  береһе булараҡ, милли сәйәсәткә айырым иғтибар бүленә, тип билдәләне. Ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге этноконфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе, милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.

– Һуңғы бер нисә йылда муниципаль программа сиктәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән иллегә яҡын сара тормошҡа ашырылды. Ҡалала 29 милли йәмәғәт берекмәһе эшләй, шуларҙың икәүһе – башҡорт милли ойошмаһы. Йәмәғәтселәр ҡала сараларында әүҙем ҡатнаша, улар араһында йыл һайын ойошторолған «Гөлләмә» милли мәҙәниәттәр фестивале, Милли берекмәләр спартакиадаһы, «Һабантуй» байрамы бар,  –  тине Сорғот башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирина Пустовая.

Йыйылышта тематик докладтарҙан тыш, Югралағы «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһының 2019-2024 йылдарҙағы эше тураһында отчет та яңғыраны. Ойоштороусылар билдәләүенсә, һуңғы биш йыл эсендә байтаҡ мәсьәләләр хәл ителгән.

– Төбәктәрҙә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе һәр саҡ  көнүҙәк булып ҡала. Ошо йылдарҙа төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант сараһына әүҙем ҡушыла башланы,  йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта.  Йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн дә билдәләйбеҙ. Йәмәғәт берекмәләре телде өйрәнеү өсөн йәкшәмбе мәктәптәрен асты. Бөгөн иһә тағы бер йылға эш йүнәлештәрен билдәләнек, –  тине Юграның «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.

Сара барышында Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составын һәм уның рәйесен, шулай уҡ округтан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡатнашасаҡ 14 делегатты һайланылар.  Шулай уҡ был көндә йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусылары араһында «Минең яҡташтарым – Югра яҙмышында» башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәре фестивале уҙҙы. Фестиваль барышында Юграла йәшәгән башҡорт халҡының күренекле шәхестәренә арналған «Аҡбуҙат» журналының махсус һаны менән таныштырҙылар.

Йәмәғәт ойошмаларының йәш вәкилдәре стратегик сессияла һәм квиз-уйында ҡатнашты. Улар йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте, йәштәр араһында милли мәҙәниәтте һәм йолаларҙы популярлаштырыу темаларына фекер алышыу ойошторолдо.

Мәғлүм булыуынса, Сорғотта, 2022 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 10 мең самаһы башҡорт йәшәй. Башҡортостан ойошмалары  иң әүҙемдәрҙән иҫәпләнә.

  –  Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм Юграның “Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” төбәк йәмәғәт ойошмаһы балаларҙың этномәҙәни үҫеше буйынса күләмле һәм системалы эш алып бара.  Ҡоролтайҙың төп бурысы – йолаларҙы оноторға юл ҡуймау. Был йәһәттән Югра алдынғылар рәтендә, сөнки тормошҡа ашырылған урындағы  программалар беҙгә мәҙәниәтебеҙҙе әүҙем күрһәтергә мөмкинлек бирә. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Сорғот –  тартылыу үҙәге. Бында бөтә милли берекмәләрҙең дә тиерлек бейеү һәм хор коллективтары бар. Проекттарыбыҙ һәр саҡ яҡлау һәм хуплау таба,  –  тип билдәләне урындағы Сорғот ҡалаһының башҡорт милли-мәҙәни автономияһы йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры Зөлфирә Сырлыбаева.

 – Югра ҡоролтайы  –  иң әүҙем һәм уңышлы ойошмаларҙың береһе. Был төбәккә килеү беҙҙең өсөн – иҫтәлекле ваҡиға. Бында балалар һәм үҫмерҙәр менән нисек эшләгәндәрен күрҙек. Автономиялы округҡа күсеп килгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең урынын  тапһын, асылына тоғро ҡалһын өсөн милли мөхитте һаҡлау фарыз. Был йәһәттән башҡорт диаспораһы һәр саҡ ярҙам күрһәтәсәк. Беҙҙең өсөн һәр саҡ балалармы, өлкәндәрме  –  маҡсатлы аудитория менән үҙ-ара эш итеү мөһим. Фәлсәфәүи маҡсат –  башҡорт мәҙәниәте  бөтәһе өсөн дә булырға тейеш. Башҡорт мәҙәниәте һәр кем өсөн асыҡ булыуы зарур, сөнки беҙ – бай тарихлы халыҡ,  – тип йомғаҡланы һүҙен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Фото: admsurgut.ru

 

Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!
Өфө саҡыра!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: