Бөгөн оҫта ҡуллы ҡатын–ҡыҙҙар тыуҙырған мөғжизәле әйберҙәрҙе һәр ерҙә осратырға мөмкин. Кемдер селтәр эшләй, икенселәре бәйләй, бәғзеләре күҙҙең яуын алыр ҡатын–ҡыҙҙар биҙәүестәре эшләй. Ә бына Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Хазина Исрафилова бер аҙ ятыраҡ булған үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән. Ул ротанг тигән яһалма материалдан бик матур кәрзиндәр үрә.
—Мәктәптә уҡыған саҡта талдан төрлө әйберҙәр үрә торғайныҡ. Бәлки шул саҡтағы шөғөл күңел төбөндә бер аҙ йәшеренеп ятты микән, ни өсөндөр кәрзиндәр үреүгә теләк барлыҡҡа килде. Хәҙер интернетта нимәләр генә юҡ?! Тәүҙә үҙемсә бер аҙ маташтырып ҡараным, аҙаҡ Магнитогорск ҡалаһынан килгән ханымдан оҫталыҡ дәрестәре алдым һәм гөл һауыттары өсөн тәүге кәрзиндәрҙе үрә башланым. Артабан тағы ла эшләге килеп кенә тора. Шулай бер—бер артлы төрлө ҙурлыҡтағы кәрзиндәр күбәйә барҙы, мин уларҙы тағы ла яратып, төрләндереп эшләй барҙым, Күңелем тартҡан шөғөл булғанғамы, һәр әйберемде яратып башҡарам. Еңел түгел, әлбиттә, материалды ла һатып алырға кәрәк, әммә миңә оҡшай. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә аңлатып бөтмәҫлек кинәнес өҫтәй, кәйефте күтәрә,—ти Хазина Әнүәр ҡыҙы.
Әсәһенә ҡыҙы Асия ла булышып ебәрә, улы Даян да ярҙам итә. Әйткәндәй, оҫта ханым ире Фәнил менән 7 балаға ғүмер биргән. Әле яндарында игеҙәктәр–Асия менән Даян. Илсур, Ғәзим улдары өйләнгән, ҡыҙҙары Нурания кейәүгә сыҡҡан. Ынйы Өфөлә эшләй, Тамъяндары тиҙҙән әрмегә юлланасаҡ. Күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәгән әсәй ике ейәнгә бәхетле өләсәй ҙә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, Арҡайым оҫтаһы теләгәндәргә үҙе лә оҫталыҡ дәресе үткәрә. Күптән түгел үҙе килен булып төшкән Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына кәрзин эшләү серҙәре менән таныштырып ҡайтҡан.
Автор фотолары