Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь , 18:00

Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән үткән Йәштәр йылына йомғаҡ яһалды. Эш һөҙөмтәһе буйынса ҡайһы райондар, ҡалалар, милли ойошмалар еңеүсе?

Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр

Халҡыбыҙҙы берләштергән, уның төрлө яҡлап үҫешен хәстәрләгән ҙур йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тиҙҙән, 12 – 14 декабрҙә, алтынсы съезын үткәрәсәк. Әһәмиәтле ҡор алдынан ул төрлө саралар уҙғара, республикабыҙҙың райондарына, ҡалаларына сәфәрҙәр ҙә ойошторолдо, дөйөм эшкә, ғәҙәттәгесә, төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә йәлеп ителә.

Бөгөн, 13 ноябрҙә, сираттағы ҙур йыйын – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән үткән Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса ҙур сара, шулай уҡ “Рух” башҡорт йыры фестиваленең финал концерты булды. Өфөнөң “Атайсал” мәҙәни үҙәгенә республиканың төрлө район һәм ҡала вәкилдәре йыйылды.

Сара Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың квиз уйынынан башланды. Алып барыусы тележурналист, Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәре, “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Контроль-иҫәп комиссияһы ағзаһы Наил Юнысов булды. Алдан хәбәр ителә барыуынса, Йәштәр йылында республикабыҙҙың күп район һәм ҡалаларында “Рух майҙаны” күсмә комплекслы саралары үтте. Уларҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының квиз уйындары уҙғарылды. Урындарҙа еңеү яулаған командалар финал уйынына саҡырылды. Һөҙөмтәлә бөгөн, 13 ноябрҙә, улар йәнә халҡыбыҙҙың тарихы буйынса белемен һынап ҡараны: уйындың темаһы “Башҡорт батырҙары” булды.

Артабан Йәштәр йылының эшлекле проекттарының береһе – “Рухлы йәштәр – халҡым йәшәр” стратегик сессияһы ойошторолдо. Сара башында йәштәрҙе сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов быйыл башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте, артабан да күркәм башланғыстарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу теләген белдерҙе.

– Быйыл һеҙҙең менән айырыуса тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Һәр йәш кеше менән эшләү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме – киләсәк быуындарға хеҙмәт емештәребеҙҙе, мираҫыбыҙҙы лайыҡлы тапшырырға тейешбеҙ. Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бай, стратегик йүнәлештәребеҙ бар. Улар нигеҙендә милләтебеҙ үҫергә тейеш. Ошо йәһәттән стратегик сессиялағы һәр команданан айырым тәҡдимдәрҙе резолюция рәүешендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында яңғыратырбыҙ. Улар ҙур резолюцияға, стратегияға инеп китер тигән ышаныстабыҙ, – тине Юлдаш Йосопов.

Билдәле булыуынса, “Рух майҙаны” күсмә комплекслы сараларында бындай стратегик сессияларҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Барыһында ла көнүҙәк мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Бөгөнгө йәштәрҙе күберәк һөнәри үҙбилдәләнеш, мәшғүллек (эш биреүселәр тәжрибәһе булмаған кандидаттарҙы теләр-теләмәҫ кенә ала), торлаҡ проблемалары, ҡатмарлы психологик хәлдәр һ.б. темалар борсой. Фекер алышыу бөгөн дә киң яҡлы, ҡыҙыҡлы, фәһемле булды.

Артабан “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең концерт залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ойошторолған Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса тантаналы сара уҙҙы. Уның барышында мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергән райондар, ҡалалар бүләкләнде. Был йәһәттән төрлө номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Ҡала хакимиәттәре һәм ҡоролтайҙары араһында беренсе урынды – Сибай, икенсене – Стәрлетамаҡ, өсөнсө урынды Нефтекама ҡалалары яуланы. Район хакимиәттәре, ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге буйынса иһә Мәсетле (1-се), Белорет (2-се), Федоровка (3-сө) райондары еңеүгә өлгәште. Рәсәй субъекттарындағы башҡорт милли йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәте лә юғары баһаланды. Улар араһынан Мәскәү ҡалаһы – беренсе, Ханты-Манси автономиялы округы – икенсе, Ырымбур өлкәһе өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Йәштәр йылын уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан айырым кешеләр ҙә бүләкләнде.

Йомғаҡлау тантанаһынан һуң “Рух” башҡорт йыры фестиваленең гала-концерты булды. Унда республикабыҙҙан һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренән башҡорт солистары, төркөмдәре, дуэттары, рок төркөмдәре ҡатнашып, сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө. Фестивалде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ярҙам фонды ойошторҙо. Сараны финанслау Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, шулай уҡ бағыусыларҙың, партнерҙарҙың йәлеп ителгән аҡсаһы иҫәбенә бойомға ашырылды.

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.

Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Йәштәр рухлы булһа, халыҡ йәшәр
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: