"Ысынлап та йүкәнҽң кәрәкмәгән ҽрҽ юҡ, бик күп кѳнкүрештә кәрәкле әйберҙәр эшләргә мѳмкин бит. Башҡорттар шифалы йүкә балын ашап, уның йомшаҡ миндеген ҡулланып ҡына ҡалмаған, кѳнкүрештә лә киң ҡулланған. Мәҫәлән башҡорт аттарын ҡәҙҽрләп, һаҡлап тотҡан, улар өсөн йүкәнән тышауҙар ишкән, сҽптәләр үргән. Балалар өсөн матур ҡурсаҡтар ҙа эшләһәләр, ә аш- һыу өсөн йүкәнән ишҽлгән һауыт һабалар иң кәрәклҽһҽ булған.
Йылайыр йылғаһы буйында йәшәүсе Аҡъюлдар, йүкә балының һәм һалабаштан эшләнгән кѳнкүреш кәрәк-яраҡтарының баһаһын белә. Заман үҙгәреү менән ҡайһы бер йолалар һәм кәсептәр юғала башлаған кеүек. Септә үреү оҫталығын барыһы ла белеп бѳтмәй. Ә бына һалабаш һалып, сҽптә үрҽү Байғужин Әмир Әхмәтгәлҽ улы өсөн ул ят шөғөл түгел. Йылда ла һалабаш һалып кәрәккә тотона, күршҽләрҽнә, килгән туғандарына бирҽп ҡыуандыра.
Ауылдың аҡ инәйҽ Фәнүзә Ишҽмғолова элекке ауыл тормошо, уның көнитмеше, нисек һалабаш һалып, йүкәһен файҙаланыу тураһында бәйән итте.
Оло инәй - апайҙар йүкәнән арҡан ишҽү, мунсала йыйынырға йыуынғыс эшләү сҽрҙәрҽ мҽнән бүлҽштҽләр.
Йәштәргә халыҡ кәсеп-шѳғѳлдәрен күрһәтеү, уларҙы өйрәнеү маҡсатында булды бөгөнгө сара.
Бына шулай ауылдаштар халыҡ кәсептәрен онотмай, ҡуллана, файҙаһын күрә белә. Һөнәрлеләр ниндәй заманда ла юғалмай шул", - тип хәбәр ителә Аҡъюл ауыл биләмәһе төркөмөндә
Әйткәндәй, быйыл Аҡъюл ауылы халҡы әле район этабында барған "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыу өсөн һынау үтә. Уларҙың муниципаль этапта еңеүҙәрен теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Аҡъюл ауыл биләмәһе төркөмөнән