Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Ноябрь , 14:00

"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?

 Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы ағинәйҙәре "Үрген бәлеше"ң рецебы менән уртаҡлашты

"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?

Башҡорт Үргене ауылы ағинәйҙәренән тирә-яҡҡа "Үрген бәлеше" булараҡ танылған картуф бәлеше рецебы:

"Беҙҙең бәлештең сере - майҙы йәлләмәй һалыуҙа, - ти ағинәйҙәр. - "Үрген бәлеше" өсөн сей картуфты турайбыҙ, уға 2-3 баш һуған, самалап тоҙ, ҡара борос һалып бутайбыҙ. Ҡамырына он, самалап тоҙ, әҙерәк сода (разрыхлитель дә бара), ҡатыҡ йәки кефир, май, берәр ҡалаҡ майонез, әҙерәк йылымыс һыу ҡушып, сөсө ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы ҙур һәм бәләкәй өлөшкә бүләбеҙ һәм икеһен дә йоҡа итеп йәйәбеҙ. Ҙурын табаға һалып, эслекте төшөрәбеҙ. Унан картуф өҫтөнә мул ғына итеп май һалып сығабыҙ. Өҫтөн ҡамырҙың икенсе йәймәһе менән ҡаплайбыҙ ҙа, ситтәрен семәрләп бөрәбеҙ. Унан мейескә ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡан бәлеште эҫеләй генә табынға бирәбеҙ.

Әлбиттә, мейестә бешкән бәлештең тәмен духовкалағы менән сағыштырып та булмай. Шулай ҙа духовкалағы ла ныҡ тәмле була!

Уңған хужабикәләр, һеҙ ҙә "Үрген бәлеше"н бешереп ҡарағыҙ әле!

Фото һәм сығанаҡ: "Үҫәргән ере - Ейәнсура" төркөмөнән

"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
"Үрген бәлеше"нең сере ниҙә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: