Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Ноябрь , 15:30

Себергә китер алдынан...

Өмәне ҡаҙ һуйып, ҡышҡылыҡҡа ит әҙерләү өсөн генә үткәрмәйҙәр... Ә нимә өсөн?

Себергә китер алдынан...
Себергә китер алдынан...

Баҡса эштәренән арынып, төрлө өмәләр үткәрер мәлдәр башланды. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып, таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.

-Ҡыш Себер тарафтарында йәшәп, йәй ауылыбыҙҙа гөрләтеп донъя көткән, күпләп ҡаҙҙар тотҡан ғаиләләрҙең береһе - Салауат һәм Гүзәл Һөйәрғоловтар гөрләтеп ҡаҙ өмәһе ойоштороп ебәрҙе.

Хужа Салауат ағайҙың ғармун моңдарына йырлап-бейеп, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләшеп, өмәселәр ҡаҙҙарҙы “һә” тигәнсә йолҡоп та бөттө. Хужабикә Гүзәл апайҙың туғандары ла килде ярҙамға.

Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә, - тип хәбәр итәләр Мәндәғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: