Һәр быуындың ғына түгел, һәр кешенең яҙмышы – тарих. Ә тарихты оноторға ярамай. Был йәһәттән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле ҙур эштәр башҡара.
Миҫал өсөн, һуңғы биш йылда башҡорт халҡының, республиканың һәм илдең үҫешенә тос өлөш индергән күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса илленән ашыу ниәт тормошҡа ашырылған. Улар төрлө саралар, шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан аҡса йәлеп итеү иҫәбенә эшләнгән. Был исемлектә – бюстар, һәйкәлдәр асыу, шул иҫәптән Һамар һәм Пермь өлкәләрендә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, китаптар баҫтырыу һәм урамдарға, мәктәптәргә атамалар биреү кеүек ғәмәлдәр бар.
Иң ҙур эштәрҙең береһе – данлыҡлы генерал Шайморатовтың исемен халыҡҡа ҡайтарыу. Беренсенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Шайморатов вариҫтары” проектын иғлан итеп, данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемлеген туплаған китап сығарҙы. Беренсенән, был тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү булһа, икенсенән, иҫ киткес бай, уникаль мәғлүмәттәр ташҡа теркәлде. Халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған генералға баш ҡалабыҙҙа мөһабәт һәйкәл ҡуйыу, уға артабан Рәсәй Геройы исемен биреү кеүек изге ғәмәлдәр ҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тормошҡа ашырылған. Был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбировтың роле баһалап бөткөһөҙ: ошо изге эштәрҙе хуплап ҡаршы алыуы һәм тормошҡа ашырырға ярҙам итеүе тотош халҡыбыҙ өсөн оло мәртәбә.
Әйтергә кәрәк, мәңгеләштереү эштәре Башҡортостандан ситтә, башҡорт халҡы күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә әүҙем бара. Миҫалға Пермь крайын алайыҡ. Был йәһәттән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов ҙур әүҙемлек күрһәтә һәм эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
Бер нисә йыл элек төбәктә, Барҙа районында тарихи ваҡиға булды – тантаналы рәүештә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды. Ул китаптар формаһындағы арт-объекттарҙан тора, Ғәйнә башҡорттарына бағышланған тарихи монументаль комплекстың дауамы. Аллея Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының «Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа» тигән проекты, Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамында, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы һәм Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранттары иҫәбенә булдырылған. Был дүрт арт-объектта данлыҡлы Ғәйнә башҡорттарының — Туҡтамыш Ижбулатовтың, Исмәғил Тасимовтың, Ғәйнә башҡорттары араһынан Салауат Юлаевтың һигеҙ полковнигының, шулай уҡ ғәйнәләрҙән тупланып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 полктың тарихтары сағылдырыла.
Былтыр иһә Пермь ҡалаһында билдәле сәнәғәтсе, Ҡуян ауылынан сыҡҡан арҙаҡлы башҡорт Исмәғил Тасимовҡа бюст асылды, ул да, шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында, 2022 йылдың авгусында, Ауырғазы районы Толбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт шиғриәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Рәшит Назаров исеме бирелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был хаҡта түбәндәгеләрҙе билдәләгәйне:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күп йылдар дауамында Рәшит Назаров исемен тап уның тыуған яғындағы мәктәпкә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ватандаштарыбыҙ республикабыҙҙың мәҙәниәтенә һәм тарихына, башҡорт халҡының рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең исемдәрен иҫтә тоторға тейеш. Башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Назаров ижады менән башҡорт әҙәбиәте үҫешенә генә түгел, донъя әҙәбиәте үҫешенә лә тос өлөш индергән. Уның шиғри ижады – башҡорт теленең матурлығын һәм халҡыбыҙҙың рухи көсөн сағылдырыусы юғары сәнғәт өлгөһө. Артабан да был мәктәпкә ярҙам итәсәкбеҙ, шулай уҡ Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереүгә ҡағылышлы сараларҙы әҙерләүҙә мәктәпкә булышлыҡ итергә ниәтләйбеҙ, — тип билдәләгәйне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Быйыл иһә ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгән тағы бер тарихи ваҡиға булды – Ауырғазы районында, уның исемен йөрөткән гимназия алдында, бөйөк башҡорт шағирына бюст асылды.
Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған саралар үтеп тора. 1922 йылда иһә Һамар өлкәһенең Оло Глушица районында уға һәйкәл асылды. Был йәһәттән Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге хупланы. Һәйкәлдең скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.
Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе лә Әбйәлил районында үткән Түңгәүер ырыуының бишенсе съезында күтәрелгәйне. Был мәсьәлә менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика етәкселегенә мөрәжәғәт итте һәм күптән түгел быға ҡағылышлы Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы сыҡты.
Етенсе йыл рәттән Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, башҡорт теле уҡытыусыһы З.Р. Мостафина етәкселегендә «Халиҡов уҡыуҙары» үтә. Быйыл республика уҡыусылары араһында ғилми-ғәмәли конференция олуғ шәхесебеҙ Муллайән Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланды. Ағымдағы йылдың июлендә иһә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, республикала һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары медицина мәктәбен ойоштороусы, Башҡорт дәүләт медицина институтын булдырыуға ҙур өлөш индергән Зәйнулла Ихсановҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Һанап китһәң миҫалдар күп. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был йүнәлештәге пландары ла бихисап, сөнки бөйөк рус яҙыусыһы Александр Пушкин әйткәнсә, “атай-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел, был хатта мөһим һәм мотлаҡ”. Һәр быуындың бурысы – киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен еткереү, күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, сөнки тамырһыҙ халыҡтың рухы ҡорой һәм ул үҙенән-үҙе бөтөүгә дусар була.
Г. БАЛТАБАЕВА.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы