Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Ноябрь , 23:30

Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә

 Һуңғы биш йыл һынау йылы булды...

Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә

2 -14 декабрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Мөһим ваҡиға донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерәсәк. Сара барышында ғилми-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ижади лабораториялар, яңы проекттар, туған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар көтөлә. Оло йыйын алдынан Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Урал ҡыҙы ШӘЙНУРОВАнан осрашыуға ниндәй уңыштар, тәҡдимдәр, пландар менән килеүе тураһында һораштыҡ.

– Һуңғы биш йыл илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ өсөн кеүек үк беҙҙең Ҡоролтайыбыҙ өсөн дә көсөргәнешле эш, ныҡлы һынау йылдары булды. Район ҡоролтайының башҡарма комитеты халыҡ араһында аңлатыу эштәре менән бер рәттән, мөһим сараларҙы әҙерләп уҙғарыуға, йәшәгән урындарыбыҙҙы төҙөкләндереүгә, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлауға үҙҙәренең тос өлөштәрен индерҙе. Һүҙҙе яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында үткән "Без - башҡортлар" төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте әүҙемселәре съезынан башлағым килә.
Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәге, шулай уҡ Удмуртия, Пермь крайы әүҙемселәре, эксперттары ҡатнашты. Араларында милли үҙәктәр етәкселәре, тарихсылар, яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, этнографтар, эшҡыуарҙар булды. Улар сығыштарында төньяҡ- көнбайыш башҡорттарының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу мөһимлеген күтәрҙе. Билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың ошо темаға арналған доклады төбәктә йәшәгән милләттәштәрҙең бөгөнгөһөн һәм киләсәген кәүҙәләндергән тәрән йөкмәткеле сығыш булыуы менән иҫтә ҡалды. Төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү һәм популярлаштырыу эшен дауам итеүҙән тыш, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында уҡытыу буйынса тәҡдимдәр, төбәк башҡорттарының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән бәйләнгән ваҡиғаларҙы матбуғат биттәрендә яҡтыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
Йәштәрҙең туған теленә, тарихына һәм мәҙәниәтенә иғтибары арта барыуы һиҙелә, тимәк, артабан да был йүнәлештә эште һүрелтмәй дауам итергә кәрәк. Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың Нефтекама тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында студенттар, йәштәр менән осрашыуы шул ҙур эштәрҙең башы булды. Ошо төбәктең тарихынан ҡыҙыҡлы факттарҙы, ваҡиғаларҙы килтереп, ҡыҙ-егеттәрҙең иғтибарын Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә йәлеп итте. Ғөмүмән, съезд төньяҡ-көнбайыш башҡорттары әүҙемселәре араһында тәжрибә таратыу, яңы идеялар менән уртаҡлашыу һәм бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим майҙан булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң уңышлы проекттарының береһе булған “Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл һөҙөмтәлерәк була бара, географияһы киңәйә; бөгөн ул Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә башҡорттар тупланып йәшәгән урындарҙағы ауылдар был хәрәкәткә әүҙем ҡушыла. Беҙҙең район да был конкурста йыл һайын ҙур теләк менән ҡатнаша. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән эште ойошҡан рәүештә алып барыу һөҙөмтәһендә дүрт йыл рәттән призлы урындар яулайбыҙ. Еңеүҙәр һөҙөмтәһендә Шулған ауылында ике миллион һумға балалар майҙансығы, Түбәнге Балтаста биш миллион һумға спорт майҙаны барлыҡҡа килде , Иҫке Күрҙемдә Изге Хәҙрәт шишмәһен төҙөкләндерҙек. Ошо күркәм дә, файҙалы ла конкурсҡа ярашлы, байтаҡ сағыу саралар, мәҫәлән, Айыҡ аҡыл”, “Айыҡлыҡ биләмәһе”, “Ауылым – минең ҡәлғәм” байрамдары үткәрелде.

Тағы бер шатлыҡлы хәбәр! Сорғолдо ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсының приз фондын үҙләштереү һөҙөмтәһендә универсаль спорт майҙансығы төҙөлөп бөттө һәм яңыраҡ уны тантаналы рәүештә астыҡ. Яңы майҙансыҡ спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мөмкинлеге генә түгел, ә осрашыу, аралашыу һәм төрлө саралар ойоштороу урыны ла буласаҡ.
Был проект ғәмәлдә халҡыбыҙҙың берҙәмлек һәм дуҫлыҡ символына әүерелде. Сәмле ярыш һөҙөмтәһендә ауыл халҡы тағы ла нығыраҡ берләште, сараларҙа әүҙем ҡатнашты һәм бәләкәй ватан мәнфәғәтендә бергәләп эшләргә әҙерлеген күрһәтте.

Отошло проект яңы идеялар һәм ҡаҙаныштарға юл ярыусы башланғыс булды. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы кәңәшмәһендә “Айыҡ ауыл” республика конкурсындағы уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм алкоголгә бәйлелекте иҫкәртеү программаларын нисек тормошҡа ашырыу мөмкинлеге менән таныштырҙы. Тәтешле районы - күптәр өсөн сәләмәт тормошто пропагандалау программаларын тәьҫирле ғәмәлгә ашырыуҙа сағыу миҫал. Башҡа төбәк етәкселәрен дә яҡташтарыбыҙҙың был тәңгәлдәге өлгөлө башланғыстары бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра.

Беҙ  бөгөн ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи шарттарҙа йәшәйбеҙ. Йыйыныбыҙ махсус хәрби операция барған, хәрби бәрелештәр дауам иткән, еңел булмаған осорҙа үтә. Бары халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, ныҡышмалығына, үҙаңына таянып ҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ. Үткәнебеҙҙе, тарихыбыҙҙы белеү беҙҙе көслө итә. 2019 йылда районда республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап тәү тапҡыр үткәрелгән  “Табынфест - 2019” йәштәр фестивалендә ирәкте башҡорттарына мемориаль таҡта һәм курсант-летчиктарға иҫтәлекле бағана астыҡ. Танылған яҡташыбыҙ Ғарифулла Кейековтың “Ғәйн әр-риза китабы. Хәҙрәт шишмәһе йәки Күрҙем шишмәһе” китабына презентация үткәрҙек. Ошо уҡ йылда Тәтешле ерендә үткән республика Шәжәрә байрамын ойоштороуға лайыҡлы өлөшөбөҙҙө индерҙек.  

2021 йылда шағир, ғалим, дин әһеле, Ҡара табын ырыуы тоҡомо Ғәли Соҡоройҙоң 195 йыллығына арнап ҙур сара үткәрҙек. Күптән түгел районыбыҙҙағы инновацион белем усағы булған гимназияға шағир-мәғрифәтсе,телебеҙҙе васыят итеп:”Беҙ урман башҡорттары булабыҙ”, – тип яҙып ҡалдырған шағир-мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой исеме бирелде. Яңғырауыҡлы исем абруй менән бергә мәшһүр яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүгә яуаплылыҡ та өҫтәй.

Тап ошо мәктәп 2020 йылда “Туған тел - халыҡ күңеле” тип аталған дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын тапшырыу конкурсында еңеүсе булғайны. Грантты тормошҡа ашырыу барышында Пермь крайының Ғабдулла Туҡай исемендәге Барҙы гимназияһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды. Тәтешлеләр тарихи шәхестәрен, абруйлы эшмәкәрҙәрен онотмай, уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға тырыша. Башҡорт халҡының XVI быуат урталарындағы билдәле сәйәси эшмәкәре, ирәкте башҡорттарының лидеры Иҫән хан иҫтәлегенә асылған мемориаль комплекс, Иҫке Күрҙемдә ғалим, шағир-мәғрифәтсе, беҙгә бай ижади мираҫ ҡалдырған Ғарифулла Кейековҡа һалынған һәйкәл - тап ошо оло хөрмәттең бер сағылышы.
Йыл һайын ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында жюри составында еңеүселәрҙе билдәләй. Тәтешленең күркәм ғаиләләре һәр номинацияла ҡатнаша. Беҙ шулай уҡ төбәк-ара сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Республика делегацияһы составында “Барҙы йыйыны”нда ҡатнашып, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм уға ғына хас үҙенсәлектәрен күрһәтәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә яратып өлгөргән Милли кейем көнө – барыбыҙ өсөн дә көтөп алынған йәмле байрам. Ҡоролтай ағзалары унда әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ Халыҡ-ара башҡорт телендә диктант яҙыу көнөндә ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашабыҙ.

Һуңғы өс йылда Өфө һәм Мәскәү ҡалаларында тәтешлеләрҙең ”Яҡташлыҡ” ойошмаларын булдырыу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ. Екатеринбург һәм Ижевск ҡалаларында ла ошо әһәмиәтле эште башланыҡ. Беҙ үҙебеҙҙең хөрмәткә һәм абруйға лайыҡ шәхестәребеҙҙе  онотмайбыҙ. Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Бөгөн халыҡ шағиры исемендәге премияға 31 лауреат лайыҡ булды.

Ҡоролтай ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша, һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Райондың ҡаҙандай ҡайнап торған тормошонда бөтә эштәрҙе ойоштороусы ла, әйҙәүсе лә, башлап йөрөүсе лә ул район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары. Беҙҙең һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер торған мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ. Әгәр беҙҙең идеяларҙы хуплап торған, ышаныс белдергән һәм һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығы булмаһа, бындай көс-дәртте ҡайҙан алыр инек? – тине Әлфиә Урал ҡыҙы.

Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Тиҙҙән Өфөлә ҙур сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: