-5 °С
Ясна
"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар "Этно-Эрато 2024" XXIII милли костюмдың юғары мода Евразия конкурсында I урын яулаған һәм "Ника" статуэткаһын алған. Улар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән.
Әбйәлил районы ҡыҙҙары үҙҙәренең теккән милли кейемдәре менән күптәрҙең күңелдәренә хуш килде. Игеҙәк дизайнерҙарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: телеграм