Башҡорт донъяһы
25 Ноябрь 2024, 18:30

“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән

Йылдағы матур традицияға тоғро ҡалып, быйыл да Баймаҡ яҡташтар берлеге баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән яҡташтар өсөн матур сара ойошторҙо. Бындай осрашыу хәҙер инде баш ҡалала йәшәгән баймаҡтар өсөн көтөп алынған ваҡиғаға әйләнде. 

“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән

Йылдағы матур традицияға тоғро ҡалып, быйыл да Баймаҡ яҡташтар берлеге баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән яҡташтар өсөн матур сара ойошторҙо. Бындай осрашыу хәҙер инде баш ҡалала йәшәгән баймаҡтар өсөн көтөп алынған ваҡиғаға әйләнде. “Башҡортостан” концерт залының фойеһында ерҙәштәрҙе йыр-моң, бай күргәҙмә ҡаршы алды. Ошонда уҡ дәртле ритайым ойошторолдо.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡатнашты. 

– Бөгөнгө осрашыуыбыҙға ысын күңелдән шатмын, сөнки һәр беребеҙ өсөн Баймаҡ – ул тыуған төйәк, барыбыҙ ҙа ошо гүзәл ерҙә тыуып үҫкәнбеҙ һәм уның патриоты булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Мин Баймаҡта тыуғанмын, ул – атай-әсәйемдең, ата-бабаларымдың тыуған ере. Баймаҡ районы республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә, беҙҙә агросәнәғәт комплексына етди иғтибар бүленә. Дөйөм алғанда, райондың инфраструктураһы төрлө яҡлап үҫешә, бөгөн 9 миллиард һумға торошло 10 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Киләсәктә лә райондың үҫеше өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне ул, яҡташтарын сәләмләп.

Сара барышында хеҙмәте, әүҙем тормош позицияһы, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән районға билдәлелек һәм дан килтергән кешеләрҙе хөрмәтләнеләр. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Иҙел Аралбаев, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алһыу Бәхтиева, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Миңзифа Исҡужина менән Азамат Тимеров, Башҡорт энциклопедияһының бүлек мөдире Гөлдәр Ишкинина, “Тархан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Венера Бикҡужина, “Мостай” ЯСЙ-һының реклама буйынса менеджеры Илшат Абдрахманов, “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе урынбаҫары Заһит Ғүмәров, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Азат Ҡасҡынов, “Ҡыйғы урманы” ЯСЙ-һының генераль директоры Данил Хәмзинға Хөкүмәттең Рәхмәт хаты тапшырылды.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов үҙ сығышында был сараның матур традицияға әйләнеүен, Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙың район менән даими бәйләнештә булыуын билдәләне. Ул ҡыҫҡаса райондың социаль-иҡтисади хәле, әлеге ваҡытта алып барылған эштәр, киләсәккә билдәләнгән уй-ниәттәр менән таныштырҙы. Азат Булат улы Баймаҡ яҡташтар берлегенең эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтен баһалап, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ был көндә быйыл түңәрәк даталарын билдәләгән шәхестәребеҙгә лә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгәндәр ине. Улар араһында Юлай Ғәйнетдинов, Самат Мөхәмәтйәнов, Мөнирә Яхина, Зәкирйән Әминев һәм башҡа арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ булды.

Матур кисә бәрәкәтле Баймаҡ ерендә тыуып үҫеп, бөгөн баш ҡалала йәшәгән һәм ижад иткән сәнғәт оҫталарының концерты менән үрелеп барҙы. Йырлы-моңло тамашала билдәле сәхнә йондоҙҙары Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов, Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Артур Ҡәйепҡолов, Юнир Ҡоланбаев, Иҙел Аралбаев, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Юнир Һағынбаев, Әлиә Исҡужина һәм башҡалар ҡатнашты. Яңы ғына ойошторолған "Өфө баймаҡтары" төркөмө дәртле, рухлы йырҙары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ быйыл йәш таланттарҙың сығыштарына айырым иғтибар бирелде. Алтынай Сәлихованың моңло йырын, бәләкәй артистар – Тимур Ишмуллин менән Ниязбай Байегетовтың бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. 

Шулай уҡ быйыл Баймаҡ яҡташтар берлеге менән “Ватандаш” журналы талантлы шағирыбыҙ Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыу айҡанлы шиғри бәйге иғлан иткәйне. Был конкурста Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән хисле, моңло ижад эйәһе Фирүзә Абдуллина еңеүсе тип табылды. Ә инде арҙаҡлы шәхесебеҙ Зәкәриә Аҡназаровтың тыуыуына 100 тулыу уңайынан булдырылған премияның тәүге лауреаты исеменә хөрмәтле табип Фирғәт Байрамғолов лайыҡ булды.

Йылы аралашыу, матур тәьҫораттар бүләк иткән сара баймаҡтарҙың рух күтәренкелеген, берҙәмлеген тағы бер тапҡыр асыҡ күрһәтте. Кисә барышында “Кешене Баймаҡтан алып китеп була, ә баймаҡлыҡты унан алып ташлап булмай”, тигән уйынлы-ысынлы фекер яңғырағайны. Ысынлап та, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә үрҙәр, дәрәжәләр яулаһа ла, беҙҙең яҡташтар күңеле менән Баймаҡтың ябай улдары һәм ҡыҙҙары, үҙ еренең ысын патриоттары булып ҡала.

Фотолар: БР Хөкүмәте сайтынан һәм Баймаҡ яҡташтар берлегенән. 

 

 

 

 

“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
“Беҙ – Баймаҡтан!” тибеҙ ҙур ғорурлыҡ менән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас