Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проекты республикабыҙ халҡының тормошон йәнләндереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен киң пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Конкурста һәр район ауылдары ихласлыҡ менән дәррәү ҡатнаша. Шул иҫәптән Благовар халҡы, башланғыстың оло әһәмиәтен баһалап, проектта йыл һайын һынау тота.
“Ғашиҡтар талы” ла бар
Быйыл уларҙан Яныш ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты.
Тарихына килгәндә, был ауылға 1765 йылда нигеҙ һалынған. Ҡармасан йылғаһы буйындағы йәмле төйәк – Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы олоҫоноң аҫаба башҡорттары ере. 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, тораҡ пункттар исемлегендә “Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең 2-се станындағы Янышев ауылы” булараҡ телгә алынған. Унда 208 йортта 1136 кеше (596 ир-ат һәм 540 ҡатын-ҡыҙ, милләттәре – типтәр, башҡорт) йәшәгән, ике мәсет, училище, һыу, ел тирмәндәре булған.
Яныш бөгөн – гөрләп торған ауыл. Тырыш, берҙәм халҡы менән данлы ул. Ауылда 348 кеше теркәлгән, араларында төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, рустар бар. Социаль учреждениеларға килгәндә, бында мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй. Улар – яныштарҙың яратҡан, даими йөрөгән урыны. Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Черкизов” ауыл хужалығы предприятиеһы бар. Халыҡ төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, ошо нигеҙҙә зыяратты кәртәләгәндәр, балалар майҙансығы төҙөлгән. “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, ҡоҙоҡтар ремонтланған, биләмәләрендә өмәләр үткәрелгән. Яныштар “Атайсал” проекты мөмкинлектәрен дә киң файҙалана. Быйыл, мәҫәлән, ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле кешеләр – Мәрүән Йәнгиров, Миҙхәт Әбделмәнов ошо башланғыс нигеҙендә мәсет ихатаһына тротуар плитәләре һалдырған.
Яҡшы, имен тормошҡа ынтылған яныштар инде өс йыл рәттән “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнаша. Ошо арауыҡта бихисап саралар уҙғарылған, төрлө мөһим мәсьәләләр хәл ителгән. Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 апрелендә халыҡ сходы үткәрелеп, урында хеҙмәтләндергән район ҡулланыусылар берләшмәһе магазинында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Икенсе кибеттә иһә былай ҙа һис ҡасан спиртлы эсемлектәр булмаған.
“Айыҡ ауыл” конкурсында һынау тотоу барышында Янышта элек-электән килгән йолалар – “Ҡанат һыҙырыу”, “Йөн иләү өмәһе” үткәрелеп, халыҡ һөйөүен яулаған. “Беҙҙең урам – матур урам”, “Милләттәр күп – ил берәү” кеүек киң күләмле байрамдарҙа тотош ауыл менән ҡатнашыу күңелдәренә сикһеҙ дәрт-дарман өҫтәгән. Ил кимәлендәге “Рәсәй саңғы юлы” ярышына йыл да дәррәү ҡушылғандар. Ҡыш балыҡ тотоу, “Ҡышҡы уйындар”, “Ун мең аҙым” кеүек саралар бихисап халыҡты бергә йыйған.
Хаҡ юлға ынтылған яныштар барлыҡ дини байрамдарҙы билдәләп бара, ғәйеттәрҙе күмәк көс һалып, лайыҡлы ойоштора. Урындағы мәсет эшмәкәрлеген киңәйтеү, унда халыҡты күберәк йәлеп итеү, сәләмәтлеккә әйҙәү маҡсатында һөҙөмтәле алымдар тормошҡа ашырыла. Район ойошмалары вәкилдәре, урындағы имамдар ҡатнашлығында “Алкоголь – ғаилә һәм йәмғиәт дошманы” тигән темаға ике “түңәрәк өҫтәл” үткәреү күп һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеген биргән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға ла тос өлөш индерә яныштар. Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыуҙар уҙғарыла, уларҙы байрамдар уңайынан тәбрикләп торалар, утын килтерәләр. Ирекмәндәр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә адреслы ярҙам саралары күрһәтә.
Барлыҡ эш-ғәмәлдәр район үҙәгендәге мәҙәниәт йорто, мәшғүллек, “Ғаилә” үҙәктәре, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тормошҡа ашырыла. “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Кушнаренко, Шишмә райондарына йөрөгәндәр. Бергәләп “Ғаилә старттары” үткәргәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар быйма кейеп хоккей уйнаған. Яныштарҙың үҙҙәренең “Ғашиҡтар талы” тигән уникаль проекты ла бар. Уға ярашлы, быйыл халыҡ йолалары нигеҙендә ике өлкән парҙың мәртәбәле байрамын – алтын туйын үткәргәндәр. Күркәм тантана ауылда ике йөҙ йылдан ашыу үҫеп ултырған тал янында уҙған.
Урындағы әүҙемселәр, социаль учреждениелар белгестәре халыҡ менән һөйләшеүҙәр үткәреүгә, аңлатыу эштәре алып барыуға ҙур иғтибар бүлә. Ауыл балалары уҡыған Шарлыҡ мәктәбендә әңгәмәләр, флешмобтар йыш үткәрелә. Медицина белгестәре үҫмерҙәр менән “Зарарлы ғәҙәттәр” тигән темаға һөйләшеүҙәр ойоштора, анкета һорауҙарына яуаптар алына. Психолог Сания Шабанова алкоголдең зыяны, һаулыҡты һаҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәре, балалар тәрбиәләү тураһында төрлө быуын вәкилдәре өсөн файҙалы әңгәмәләр үткәреп тора.
Быйыл Янышта “Айыҡлыҡ аллеяһы”на нигеҙ һалынған. “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсында бирелгән 200 мең һумға фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһен кәртәләп алғандар. “Проектта һынау тотҡан өс йыл эсендә халыҡ ныҡ берләште, алкоголь ҡулланған кешеләр юҡ. Һәр сараға халыҡ ҡыҙыҡһынып, дәррәү йөрөй, – ти Яныш әүҙемселәре. – Ауылдағы тормош яҡшыра. Конкурстың һөҙөмтәһен күреп, унда быйыл да ҡатнаштыҡ, еңеүгә өмөтләнәбеҙ”.
Барыһы ла – башлыҡтан
Яныш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зыя Латипов халыҡты төрлө проекттарҙа ҡатнаштырыуға дәртләндереп, үҙе алдан башлап йөрөй.
– Яныштар электән әүҙем, дәртле булыуы менән айырылып тора. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла уңышлы һынау тоттолар. “Айыҡ ауыл” проектында 2021 йылда ҡатнаша башлағанға тиклем беҙҙә ике кеше эскелек буйынса иҫәптә тора ине, хәҙер берәү ҙә юҡ. Ауылдағы ике магазинда ла алкоголле эсемлектәр һатылмай. Сара артынан сара үткәреп торабыҙ. Халыҡҡа айыҡ йәшәүҙең әһәмиәте тураһында даими һөйләйбеҙ, – ти Зыя Рәшит улы.
Ул халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙа ярҙам күрһәткән район поликлиникаһына ҙур рәхмәтле. Улар ауылға килеп үк аңлатыу эштәре ойоштора, 80 йәштән үткәндәрҙе өйҙәренә барып ҡарап, әңгәмәләшеп тора. Райондағы “Ғаилә” үҙәге белгестәре мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә.
– Тәртип боҙоу осраҡтары булһа, ундай кешеләрҙе шунда уҡ хакимиәткә саҡырып, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, депутаттар ҡатнашлығында әңгәмә үткәрәбеҙ, – ти Зыя Рәшит улы. – “Эшләгеҙ генә, бар яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, – тим гел хеҙмәт йәшендәгеләргә. Халыҡ аңлы, тырыш беҙҙә. Йәштәр ҙә ата-әсәһенә һылтанып ятмай, үҙаллы йәшәргә, эшләргә, киләсәген хәстәрләргә ынтыла. Илһөйәр, рухлы ла беҙҙә халыҡ. Әле 17 ауылдашыбыҙ махсус хәрби операцияла.
Халыҡты көс ҡулланып түгел, ә һүҙ менән генә еңеп була. Кешеләр менән һөйләшергә, матур итеп аңлатырға, уларҙы тыңлай, хәленә инә белергә кәрәк.
“Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыуыбыҙ бар республика халҡын танып белеү мөмкинлеген бирҙе. Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылының хакимиәт башлығы менән әле лә даими бәйләнештәбеҙ, шылтыратышып торабыҙ. Билдәле булыуынса, улар былтыр конкурста еңеү яулағайны. Ниндәй ярҙам кәрәк – һорағыҙ, булышлыҡ итергә әҙербеҙ, ти хакимиәт башлығы.
Зыя Рәшит улы әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыу төйәк тормошона йән өргән, үҙенең эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһаған. Конкурсҡа ярашлы төрлө идеялар уйлап сығарып, тормошҡа ашырыу айырыуса ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле, ти ул.
Төрлө башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә. Ауылда ике крәҫтиән (фермер) хужалығы бар: Ринат Әхтәриев малсылыҡ менән шөғөлләнһә, Илшат Лоҡманов башҡорт тоҡомло аттар тота.
– Тыуған төйәгебеҙҙе ошолай күмәкләп төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүгә ынтыласаҡбыҙ, – ти Зыя Рәшит улы.
Фотоларҙа: 1. Яныш халҡы айыҡ тормош яҡлы. 2. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары “Ҡанат һыҙырыу” йолаһын дауам итә. 3. Улар табында ла бергә.
Фотолар Яныш ауылының “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.