Башҡорт донъяһы
26 Ноябрь 2024, 18:05

Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә

"Ниндәй эштәр планлаштырыла - барыһын да тормошҡа ашырабыҙ".

Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтәМәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы үҙ төбәгендә халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, милли мираҫын байытыу маҡсатында ҙур эштәр алып бара. Тәү сиратта өс төп бурысҡа иғтибар йүнәлтә улар: туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа.

Ҡошсолар ҡор йыйҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған исемле йылдарҙың бурыстарын тормошҡа ашырыу – өҫтөнлөктә. Мәҫәлән, 2021 йылда Башҡорт халҡы тарихы йылында районда оло әһәмиәткә эйә ҙур ваҡиға булды – Ҡошсо ырыуы йыйыны уҙҙы. Ул Рәсәй Президентының мәҙәниәт башланғыстары фонды проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Был сара мәсетлеләрҙең ата-баба рухына тоғролоғон, шәжәрәне өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлеүен, балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белһен тип тырышыуын, бай милли мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуға бергәләп көс һалыуын йәнә бер ҡат раҫланы.

Ҡошсо ырыуы ҡорон йыйыр алдынан бихисап эш башҡарылды. Мәҫәлән, ойоштороу комитеты ағзаларының ултырыштары үтте, республикала, күрше төбәктәрҙә йәшәгән ошо ырыу вәкилдәре менән осрашыуҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар, конкурстар, флешмобтар уҙҙы. Дөйөм эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, йомғаҡтар буйынса аҙаҡ китап та сыҡты. Йыйынтыҡҡа Ҡошсо ырыуына арналған ғилми-ғәмәли конференция сығыштары, карталар, фотоһүрәттәр, шулай уҡ халҡыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса материалдар тупланды.

Быйыл 13 июлдә ҡошсолар икенсе тапҡыр ҡорға йыйылды. Мәртәбәле йыйында “Ҡошсомдоң өлгөлө ғаиләһе” район, “Беҙ, ҡошсолар, ғәйрәтлебеҙ” тип аталған төбәк-ара, ҡыҙҙар араһында “Ҡошсо һылыуы” конкурстары, “Сал быуаттар аша...” тигән театрлаштырылған тамаша, тирмәләр, башҡорт риүәйәттәре фестивале үтте. Шулай уҡ Салауат Юлаев рухына бағышланған мөнәжәттәр башҡарыу буйынса “Ҡошсоларҙың ҡарһүҙ оҫтаһы” төбәк-ара бәйгеһе, башҡорт милли уйындары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алып барған дөйөм йүнәлешкә ярашлы, Мәсетлеләге милли ойошма ла халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бүлә. Райондаштарҙың “Айыҡ ауыл” проектына дәррәү ҡушылыуы – быға ныҡлы дәлил. Эскелек проблемаһын иҫкәртеүгә, бөтөрөүгә йүнәлтелгән сараларҙы әүҙем үткәргән, кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ауыл биләмәләре асыҡланып, уларға бүләктәр тапшырыла, башҡа дәртләндереү алымдары ла бар. Иң мөһиме – уҙғарылған саралар һөҙөмтәһеҙ булмаһын, улар иҫәбенә ауылда демография, социаль именлек яҡшырһын, тип тырыша милли ойошма ағзалары. Был эштәр ауылдарҙағы үҙидара органдарының хеҙмәт әүҙемлеген арттырыуға ла тос өлөш индерә.

Райондың үҫеше, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, сәләмәт балалар тыуыуы – бөгөнгө ауылдар өсөн иң өҫтөнлөклө мәсьәләләр. Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, һуңғы йылдарҙа Мәсетленең барлыҡ ауылдары “Айыҡ ауыл” проектында әүҙем ҡатнаша. 2021 йылғы конкурс йомғаҡтары буйынса Яңы Мишәр халҡы еңеүсе булды: улар, районды лайыҡлы күрһәтеп, республика кимәлендә өсөнсө урын алды. Был ҡаҙаныш өсөн ике миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнделәр. Яуланған аҡсаға ауылда балалар майҙансығы төҙөлдө – тыуған төйәк төҙөкләндерелде, уның тормошона яңы һулыш өҫтәлде.

“Планлаштырған бар эштәребеҙ ғәмәлгә ашырыла”

“Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсында Мәсетле данын Һөләймән ауылы халҡы яҡланы. Һөҙөмтәлә 200 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде улар.

Һөләймәндәр юғары әүҙемлек, берҙәмлек, еңеүгә ынтылыш күрһәтеп, бихисап эш башҡарҙы: сәләмәтлекте һаҡлауға, эскелектең бар яҡлап зыянлы булыуын аңлатыуға йүнәлтелгән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, байрамдар уҙғарылды. Мәҫәлән, “Һөләймәндәр – һөнәрмәндәр”, “Һуғым һуйыу өмәһе”, “Һарыҡ ҡырҡыу”, “Кис ултырыу”, “Бәпескә исем ҡушыу” (әйткәндәй, быйыл ғына Һөләймәндә һигеҙ бәпес тыуған), “Ҡорама ҡороу”  һәм башҡа саралар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Урам байрамдары  гөрләп үтте, унда хужабикәләр, һөнәрмәндәр оҫталыҡта, таҫыллыҡта көс һынашты.

Сәләмәт йәшәүгә ынтылышты көсәйтеү маҡсатындағы саралар йолаға әйләнгән хәҙер Мәсетле ауылдарында. Улар әле “Айыҡ ауыл-2024” конкурсының муниципаль этабында ла әүҙем ҡатнаша. Һәр береһендә, мәҫәлән, Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә ярашлы, скандинав йөрөшө буйынса марафон үтте. Октябрь айында, Республика көнөндә, Ясин ауылында ҙур спорт сараһы ойошторолдо. Мәсетле ауылдарында башҡорт милли уйындарын тергеҙеүгә айырым иғтибар бирелеүе лә оло баһаға лайыҡ. Мәктәптәрҙә айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән һөйләшеүҙәрҙең даими уҙғарылыуы, эскелектең, тәмәке тартыуҙың, наркоманияның кеше һаулығына ни тиклем ҙур зыян килтереүенә ҡағылышлы әңгәмәләр ойошторолоуы төбәктең яҙмышын үҙ ҡулына аласаҡ йәш быуын өсөн айырыуса әһәмиәтле.  

Ғөмүмән, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы заманыбыҙҙың көндәлек проблемаларын хәл итеү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләй, үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуя, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. 

Зәлифә ҒӘЛИУЛЛИНА, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

– Быйыл йәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы алдынан, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышын үткәреп, биш йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә план төҙөгәйнек. Унда Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө булдырыуҙы, башҡорт гимназияһында ҡумыҙсылар түңәрәге ойоштороуҙы, балалар  телестудияһы асыуҙы төп маҡсат тип билдәләнек.

Һөҙөмтәлә әле мәктәпкәсә учреждениела башҡорт төркөмө уңышлы эшләй башланы. Был яҡшы башланғысты башҡа мәғариф ойошмалары ла хуплай, үҙҙәрендә лә тормошҡа ашырырға теләй. Башҡорт гимназияһында булдырылған ҡумыҙсылар түңәрәгенә балалар ихлас теләк менән йөрөй башланы. Телестудия асыу мәсьәләһенә килгәндә иһә, ошо көндәрҙә башҡорт телендә тәүге сығарылыш донъя күрәсәк. Тимәк, планлаштырған эштәребеҙ ғәмәлгә ашырыла башланы. Уларҙың барыһы ла туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.

Фотоларҙа: 1. Ҡошсо ырыуы йыйынында. 2. Мәсетле оҫтабикәләре – һәр сараның биҙәге. 3. Районда өмәләрҙе тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелә. 4. Һабанаҡ ауылында – “Һаулыҡ иленә сәйәхәт” сараһы. 5. Айыҡлыҡтың нигеҙе – спорт.

Фотолар Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.

Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Мәсетле башҡорттары өлгө күрһәтә
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас