Башҡорт донъяһы
28 Ноябрь 2024, 13:15

“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса

Иң мөһиме – был проект балалар күңеленә үтеп инә. Һуңынан райондарҙан алынған рәхмәт сәләмдәре, тағы килергә саҡырыуҙар – ошоға дәлил. Остаздар балалар менән эш барышында уларға һөнәри йүнәлеш тә бирә, бөрөләнеп килгән ижадтарына анализ яһай, баһалай, дәртләндерә. Мәҫәлән, “Ижади майҙан”да ҡатнашҡан бер үҫмер бөгөн Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киткән. 

“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса
“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тормошҡа ашырылған проекттар араһында “Ижади майҙан” үҙенсәлеклелеге йәһәтенән айырыуса ҙур иғтибарҙы йәлеп итте. Ул республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән йәш таланттарҙы асыуҙы маҡсат итеп ҡуйыуы менән дә әһәмиәтле булды. Проект 2022 йыл дауамында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы ғәмәлгә ашырылды.

“Башҡорт мәҙәниәтенең күп яҡлылығы иллеләп башҡорт ырыуының күп төрлөлөгөнә нигеҙләнә. “Ижади майҙан” проекты  тап ошо рухи тәрәнлектең ҡеүәтен асыуға йүнәлтелгән. Беҙ бында оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә генә килмәнек, ә район менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ҙа – төп маҡсат”, – тип белдергәйне Бөтә донъя ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Йәрмәкәй районында уҙған сара барышында.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа төрлө өлкәләрҙә билдәлелек яулаған шәхестәр ҡатнашты. Улар республика төбәктәрендә үткән саралар барышында үҙҙәренең оҫталығы, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы Йәлил Сөләймәнов – йәш рәссамдар һәм дизайнерҙар өсөн “Һынлы сәнғәт” майҙансығында ихлас ҡатнашҡан шәхестәребеҙҙең береһе.

– Ҡоролтайҙың был проекты бик сағыу, ҡыҙыҡлы башланғыс булды. Форсаттан файҙаланып, уның шул тиклем матур ойошторолоуын билдәләп, ошо эшкә ҡағылышы булғандарға рәхмәт әйтәм. Төрлө йүнәлештәр буйынса бер команда булып эшләнек. Мәҫәлән, Хөрмәтулла Үтәшев – драматургия, Зөһрә Бураҡаева – кино сәнғәте, Лариса Абдуллина журналистика һәм шиғриәт буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Башланғысты тормошҡа ашырыуға өлөш индергән башҡа коллегаларымдың хеҙмәтен дә бик юғары баһалайым.

Ә инде “Һынлы сәнғәт” майҙансығындағы эшкә килгәндә, осрашыуҙарҙы һәр ваҡыт Башҡортостандың һынлы сәнғәтенең тарихына бағышланған әңгәмәләрҙән башланым. Мәшһүр оҫталарыбыҙ Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллин, Рәшит Нурмөхәмәтов һәм башҡаларҙың ижадтары тураһында һөйләнем. Миңә бихисап мәшһүр рәссамдарыбыҙ менән аралашып йәшәргә насип булды, шуға күрә балаларға улар хаҡында һөйләү һис тә ауырлыҡ тыуҙырманы. Һәр ерҙә мауығып, ҡыҙыҡһынып тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр, – ти Йәлил Сөләймәнов.

Лекция өлөшөнән һуң оҫталыҡ дәрестәре үткән. Рәссам балаларҙы “Урал батыр” эпосы менән таныштырыуҙы һәм шуның нигеҙендә кеше һәм ат һүрәтен төшөрөргә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. “Баштараҡ мультиэкран кеүек замана ҡорамалдарын файҙаланып ҡараныҡ, әммә ахырҙа ябай ҡәләм менән эшләүгә туҡталдыҡ, сөнки ҡәләм менән һүрәт төшөрөү буласаҡ рәсемдәрҙең композицияһын билдәләргә мөмкинлек бирә”, – ти рәссам. 

Иң мөһиме – был проект балалар күңеленә үтеп инә. Һуңынан райондарҙан алынған рәхмәт сәләмдәре, тағы килергә саҡырыуҙар – ошоға дәлил. Остаздар балалар менән эш барышында уларға һөнәри йүнәлеш тә бирә, бөрөләнеп килгән ижадтарына анализ яһай, баһалай, дәртләндерә. Мәҫәлән, “Ижади майҙан”да ҡатнашҡан бер үҫмер бөгөн Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киткән.

– Талантлы балалар күпме беҙҙең төбәктәрҙә? – тип һорайым рәссамдан.

– Бик күп. Республиканың барлыҡ төбәктәрендә булдыҡ, һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары менән дә, балалар менән дә ихлас аралаштыҡ. Был ике яҡ өсөн бик файҙалы, матур башланғыс булды. Бындай осрашыуҙарҙың тағы ла бер ҙур әһәмиәте – йәш быуында милли рух тәрбиәләү, ижадта милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән ойотҡо һала алғанбыҙҙыр, тип уйлайым, – тип билдәләне Йәлил Әхмәт улы.

Йәлил Сөләймәнов менән әңгәмә барышында уның һөйөклө атаһы, халҡыбыҙҙың хөрмәтле улы Әхмәт ағай Сөләймәновты ла оло ихтирам менән хәтергә алдыҡ. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – ҡоролтай менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән шәхесебеҙ.

– Ысынлап та, атайымдың исеме башҡорт халҡының тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, моғайын. Уның хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Ҡоролтай рәйесе булараҡ та дәртләнеп, янып эшләне. Шул осорҙа бер нисә тапҡыр эш урынында булырға тура килде. Өҫтәле тулы ҡағыҙ. “Атай, нимә эшләйһең?” – тип ҡыҙыҡһынам. “Бына ошоно, шунан ошоно эшләйһе бар”, – типт ҡағыҙҙарын күрһәтә. Ул бик шәп ойоштороусы булды. Ап-аҡ сәсле атайымдың өҫтәл өҫтөнә эйелеберәк баҫып тороп, аҡ ҡағыҙҙарҙы барлауы, бер ыңғай эше, уй-ниәттәре тураһында һөйләүе бөгөн дә матур бер образ булып күҙ алдымда тора. Бынан тыш, бер нисә сарала, осрашыуҙа бергә булдыҡ. Уның халыҡ алдында телмәр тотоуын, кешеләр менән ихлас аралашыуын ситтән генә күҙәтәм, атайымды хөрмәт итеүҙәрен күреп-тойоуҙан ғорурлыҡ кисерә инем. Телмәре ныҡ төҙөк, бай булды, халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен урынлы ҡулланды. Уның беҙгә биргән матур тәрбиәһе, күңелебеҙгә милли рух тойғоһо һалыуы өсөн рәхмәтлемен, – ти Йәлил Әхмәт улы.

Йәлил Сөләймәнов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеген юғары баһалап, “Беҙ уның йөҙөндә халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөн ҡайғыртҡан, киләсәген хәстәрләгән, милләтебеҙҙе, айырыуса йәштәребеҙҙе милли рухта һәм шул уҡ ваҡытта заманға ярашлы итеп тәрбиәләүгә тос өлөш индергән ҡеүәтле көстө күрәбеҙ”, тине һәм “Ижади майҙан” ише проекттарҙың артабан да уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләне.

Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы архивынан.

“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса
“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса
“Ижади майҙан” ижадҡа юл аса
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас