Башҡорт донъяһы
28 Ноябрь 2024, 05:00

Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"

Ҡолсора ауылы уңғаны Илсиә Сәйетова йыл һайын 100–гән ҡаҙ, 60-дан ашыу бройлер үҫтерә.

Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"
Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"

Ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла, күңел матурлығын юғалтмай, бар ҡайғы–хәсрәттәрен сабырлыҡ менән үткәрә алған, балаларына оло терәк булған, көслө рухлы ҡатын–ҡыҙҙар һәр ауылда тиерлек бар. Күптәр ундайҙарға яңғыҙ ҡатын тип йәлләп ҡараһа, икенселәр иһә һоҡланып “ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” ти. Тап шундай “ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр” гүзәл ханымдарҙың береһе–Илсиә Сәйетова.

Түбәнге Иҙрис ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Йылайыр совхоз–техникумында иҡтисадсы һөнәренә уҡый. Каникул ваҡыттарында Басай ауылында йәшәгән Гөлдәр апайына һирәкләп булһа ла ҡунаҡҡа килә. Шунда ул буласаҡ тормош иптәшен осрата. Йәштәр күп тә үтмәй өйләнешә һәм бер–бер артлы ҡыҙҙары Илгенә, Камила һәм улдары Азамат донъяға килә. Көтмәгәндә, кәләшен өс бала менән тол ҡалдырып, ире вафат була. Ул ваҡытта йәштәр ҡайны–ҡәйнәләре менән улар йортонда йәшәй. Хәләленең үлеменән һуң йәш әсә бөгөлөп төшә: бер–береһенән бәләкәй өс бала, артабан уларҙы нисек ҡарар, аяҡҡа баҫтырыр тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Улдары вафатынан ҡайны– ҡәйнәһе лә килендәрен ҡарата иғтибарҙы кәметә, ни тиһәң дә уларҙы ла аңларға мөмкин: балаларын мәңгелеккә юғалтыуы ата–әсәгә еңел булмағандыр.

Бер көн барыһын да шаҡ ҡатырып Илсиә Ишбулды ҡыҙы килен булып төшкән ауылынан китергә була. Тыуған ауылына ла түгел, ә күрше Ҡолсора ауылындағы бер иҫкерәк өйгә артабан һатып алыу теләге менән күсенеп ҡайта. Һәм намыҫланып донъя көтөргә тырыша ул. Балалары менән кәңәшләшеп күпләп ҡош–ҡорт һатып ала. Ни тиһәң дә уларҙы бер миҙгелдә тәрбиәләп, эш итергә була тип уйлай. Тап ошо мәлдә үҙенең белем алған һөнәре лә ярап ҡала. Ҡайҙан күпме бәпкәләр алырға, уларға ниндәй ем ашатырға, ҡасаныраҡ һуйып һатыу һәм башҡа һорауҙар буйынса төптән уйлап, эш итергә өйрәнә.

Ҡолсора ауылы уңғаны Илсиә Сәйетова йыл һайын 100–гән ҡаҙ, 60-дан ашыу бройлер үҫтерә. Яҙ көнө күпме бәпкә һатып ала, көҙөн шунда ҡош-ҡортто таҙалай. Быйыл Илсиә Ишбулды ҡыҙы “Линда” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләренә өҫтөнлөк биргән, һәм яңылышмаған.

—Йыл һайын ҡош–ҡорттарҙы “Байрамғолов” хужалығынан алам. Апрелдә һап–һары бәпкәләрҙе һатып алам, йылы һарайҙа көтәм. Бер айға тиклем тик үҙҙәре өсөн махсус һатылған ем менән ҡарайым, аҡрынлап кәбәккә күсәм. Үлән турап бирәм, аҙаҡ инде Азамат улым менән Камила ҡыҙым ярҙамлаша. Береһе Һаҡмар йылғаһы буйына төшөрһә, икенсеһе алып ҡайта. Көҙ етеп, бройлер, ҡаҙҙарҙы һатҡас, уларға үҙҙәре һораған әйберҙе алып бирәм. Бер яҡтан балаларымды аҡрынлап йүнселлеккә йәлеп итәм, эшкә лә өйрәтәм. Илгенә ҡыҙым Өфөлә уҡый, йәй көнө уның да ярҙамы ҙур. Быйыл ямғырлы йыл булғас, ҡаҙҙар үләнгә туҡ булды, Һаҡмарҙа ла рәхәтләнеп йөҙҙө. Шуға күрә үҙҙәре һимеҙ, ите тәмле. Бер ҡаҙ яҡынса 4–5 кг тарта,–ти Илсиә Сәйетова.

Бройлер себештәрен дә иртә яҙҙан алып үҫтерә һәм августҡа тиклем һатып та бөтә. Ҡаҙға ҡарағанда, бройлер табышлыраҡ, ул тиҙ өлгөрә. Быйыл улар яҡынса өс килограмға еткән һәм килоһын 400 һум менән бер нисә көндә һатылып та бөткән.

Үҙ көстәре менән һатып алған йорттарын аҡрынлап төҙөкләндерергә лә өлгөргән, мебель яңыртып, өр–яңы ҡапҡа ҡуйҙыртҡан. Артабан да яуланған уңыштар менән туҡталып ҡалмаҫҡа, ә ҡош һанын арттырып, йәй көнө ең һыҙғанып Һаҡмар йылғаһында ҡаҙҙар, бройлер тауыҡтары көтөргә уйҙары бар.

Йөҙө алсаҡ, үҙе дәртле ҡатын ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәргә өлгөрә. Яңыраҡ ҡына ауыл мәҙәниәт йортона мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшкә сыҡҡан, әле Яңы йыл кисәләрен үткәреү менән мәж килеп йөрөгән мәлдәре.

Күптән түгел Ҡолсора уңғаны үткәргән Ҡаҙ өмәһенә “Зарифа” халыҡ фольклор ансамбле ҡатын–ҡыҙҙары ла килгән. Халыҡ йолаларына таянып үткәрелгән сара йыр–моң менән үрелеп барған, гармун моңдары яңғыраған.

Һимертелгән ҡаҙҙарҙы һуйып, йолҡоп, таҙартҡандан һуң көйәнтәләргә элеп, “Зарифа”лар гармун моңона ҡушылып, йырлай-йырлай Һаҡмар йылғаһына төшөп сайҡау байрамдың иң матур һәм күңелле өлөшө булды,–ти әңгәмәсем.

Бына шундай рухи яҡтан көслө, тормош һынауҙарын лайыҡлы үтә алған ҡатын–ҡыҙҙарға ысынлап та һоҡланырлыҡ!

Автор фотолары һәм видеоһы

Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"
Ҡолсорала - "Ҡаҙ өмәһе"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас