Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, күренекле ҡурайсы Азат АЙЫТҠОЛОВ:
– Бөтә донъя башҡорттарының сираттағы съезына ҡыҙыу әҙерлектең барыуы тураһында ишетеп-күреп торабыҙ, төрлө ойоштороу эштәрендә үҙебеҙ ҙә теләп ҡатнашабыҙ. Ысынлап та, алда шундай оло сара көтөлә, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ.
Беҙ, ҡурайсылар ҙа, башҡорт ҡоролтайын ҙур еңеүҙәр менән ҡаршылайбыҙ. Мәҫәлән, башҡорт ҡурайына патент алыу – халҡыбыҙҙың өмөтлө киләсәгенә, киләһе быуынға ҙур бүләк ул. Йәшерен-батырын түгел, ифрат ныҡ тырышлыҡ һалынды, был йүнәлештә ал-ял белмәй эшләнек. Иң мөһиме, төп маҡсатыбыҙға тулыһынса ирештек. Ҡурай башҡорт ерлегендә барлыҡҡа килгән, уның бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгел. Ошо музыка инструментында борон-борондан ата-бабаларыбыҙ уйнаған, ваҡыт һанауҙарын үтеп, беҙгә килеп еткән, республикабыҙҙың символына әүерелгән. Бынамын тигән рухлы алмаш буй еткерә, уларға ла барып етәсәк. Шатлыҡтың да ниндәйе бит!
Улай ғына ла түгел, Башҡортостанда дәүләт ҡурайсылар ансамбленең төҙөлөүе – ҙур ваҡиға булды. Был турала күптән хыяллана инек, ниһайәт, изге ниәтебеҙгә лә өлгәштек. Ниндәй генә концерт ойошторолмаһын, ҡурайсылар ансамбленең сәхнә түренә килеп баҫыуы... һөйләп аңлата алмаҫлыҡ. Үҙебеҙҙән тыш, тотош ансамбль башҡарыуында ҡурай тауышын бүтән тарафтарҙа яңғыратыу, моңобоҙҙо ситтәргә таратыу һәм ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ишеттереү – ниндәй шатлыҡ.
Өҫтәүенә, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында халҡыбыҙҙың иң боронғо музыка ҡоралы ҡурайға һәйкәл ҡуйылды. Уның әллә ҡайҙан матур булып күренеп ултырыуына нисек һоҡланмаҫҡа! Хәҙер профессиональ ҡурайсылар алдан пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә, уға ла бик күп көс түктек.
Теләктәрем дә бар – Башҡортостан райондарында ҡырҡҡа яҡын ансамбль төҙөнөм, тағы ла арттырыу уйы бар. Ҡоролтайҙа бик күп сығыштар көтөлә, унда әйтелгәндәр һүҙ ҙә генә ҡалмаһын ине!
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.