Башҡорт донъяһы
28 Ноябрь 2024, 13:45

Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай

Төбәгебеҙҙә 40-ҡа яҡын милләт вәкиле дуҫ-татыу йәшәй, шуларҙың 42 проценты – башҡорттар. Уҙған быуаттың аҙағында был күрһәткес 30 проценттан саҡ ҡына артығыраҡ ине. Бындай үҫештең нигеҙендә ҡоролтай тарафынан халыҡ араһында алып барылған аңлатыу, тарихи тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү, милли асылыбыҙға ҡайтыу йәһәтенән башҡарылған ғәйәт ҙур эштәр ята. Ә бит заманында, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында, район халҡының 68 проценты үҙенең аҫаба башҡорт булыуын белгән һәм иҫәп алыуҙа шулай яҙылған. 

Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлайЯңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай

Рафаил Яхин – 25 йыл дауамында Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын уңышлы етәкләгән шәхес. Күптән түгел был яуаплы вазифа Фәрит Миңлегәрәй улы Шәрәфетдиновҡа ышанып тапшырылды. Шулай ҙа Рафаил Заян улы район башҡорттары ҡоролтайының тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Яҡташтары уны бер тауыштан VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла делегат итеп һайлаған. Ул төбәк ҡоролтайының эш йүнәлештәре, Яңауыл башҡорттарының тормошо тураһында һөйләне.

– Эшмәкәрлегебеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарына нигеҙләнеп алып барабыҙ. Беҙҙең районды Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы тиҙәр. Төбәгебеҙҙә 40-ҡа яҡын милләт вәкиле дуҫ-татыу йәшәй, шуларҙың 42 проценты – башҡорттар. Уҙған быуаттың аҙағында был күрһәткес 30 проценттан саҡ ҡына артығыраҡ ине. Был үҫештең нигеҙендә ҡоролтай тарафынан халыҡ араһында алып барылған аңлатыу, тарихи тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү, милли асылыбыҙға ҡайтыу йәһәтенән башҡарылған ғәйәт ҙур эштәр ята. Ә бит заманында, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында, район халҡының 68 проценты үҙенең аҫаба башҡорт булыуын белгән һәм иҫәп алыуҙа шулай яҙылған. Беҙҙә 34 башҡорт ауылы бар. Совет власы йылдарындағы аңлайышһыҙ сәйәсәт арҡаһында район мәктәптәрендә уҡытыу тулыһынса татарсаға күсерелгәс, хәлдәр үҙгәрә, халҡыбыҙ әсә теленән, тарихи тамырҙарынан ситләтелеүгә дусар ителә. Төбәгебеҙҙә борон-борондан Уран һәм Гәрәй ырыуҙары башҡорттары йәшәгән. Мәҫәлән, шәхсән үҙем унынсы быуынға тиклем шәжәрәмде беләм һәм аҫаба башҡорт булыуым менән ысын-ысынлап ғорурланам.

Шөкөр, һуңғы йылдарҙа тарихи тамырҙарын юллап, шәжәрәһен төҙөгән, башҡортлоғон таныған милләттәштәребеҙ арта бара. Был йәһәттән крайҙы өйрәнеүсе Светлана Фәнил ҡыҙы Хашимованың ҙур ярҙамын билдәләп үтәм. Район ҡоролтайы ла ошо йүнәлештә маҡсатлы эшләй. Ике тапҡыр ҙур итеп Уран ырыуы башҡорттары йыйынын үткәрҙек. Уларҙа Салауат Хәмиҙуллин кеүек арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ ҡатнашып, төплө сығыштар яһаны. Әйткәндәй, уның етәкселегендә нәшер ителгән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабы бик ныҡ ярҙам итә. Районда дүрт тапҡыр ошо китап томдарының исем туйы уҙҙы. Шәжәрә байрамдарын ауылдарҙа ғына түгел, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә үткәреп торабыҙ. Балалар менән эшләү айырыуса әһәмиәтле, сөнки улар менән бергә тамырҙарын өйрәнеүгә, шәжәрә төҙөүгә атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ҡушыла.

Яңауыл башҡорттары араһынан бихисап арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Уларҙың исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, шундай шәхестәребеҙҙең береһе – Башҡортостан автономияһын төҙөүҙең башында торған, үҙ заманында яуаплы вазифаларҙа эшләгән Хәлим Әмиров. Ул – Яңы Уртауыл ауылы башҡорто. Уның исемен халыҡҡа киренән ҡайтарыу йәһәтенән беҙгә тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллин, ҡоролтай әүҙемселәре Рөстәм Баянов, Радик Бәхтиев һәм башҡалар һур ярҙам күрһәтте. Уның тормош юлы менән яҡындан танышып, беҙ үҙебеҙ өсөн уны яңынан астыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бихисап зыялыларыбыҙ кеүек ул да золом ҡорбаны була. Яңы Уртауыл ауыл мәктәбенә уның исемен биреүгә өлгәштек, таҡтаташ астыҡ, мәктәп алдына бюст ҡуйҙыҡ. Әлеге ваҡытта тарихсы Азат Ярмуллин менән берлектә Хәлим Әмиров тураһында китап сығарыу эшен алып барабыҙ.

Крәҫтиәндәр һуғышы геройы, Пугачев ғәскәре полковнигы Айыт Сәйетовтың исемен кире ҡайтарыу бурысын билдәләгәнбеҙ. Ул - Ҡом ауылы башҡорто. Үҙенең ҡеүәте, көсө, дәрәжәһе йәһәтенән бик абруйлы хәрби етәксе, Салауат һәм Пугачевтың иң ышаныслы кешеләренең береһе булған, ти тарихсылар. Һатлыҡйәндәр арҡаһында ҡулға алынып, 1774 йылда Ҡазан төрмәһендә үлтерелгән. Ҡом ауылында уның иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән эштәр алып барабыҙ. Үҙешмәкәр скульптор Рафаил Зиннуровтың ярҙамы менән бюст асырға ниәтләйбеҙ. 

Тағы ла беҙҙең Әптек Саптаръянов тигән тарихи шәхесебеҙ бар. Ул - батшаға барып, Рус дәүләте менән башҡорт халҡы араһында килешеү төҙөү эшендә ҡатнашҡан кеше. Әптек Саптаръянов Уран ырыуы башҡорто булған. Бындай шәхестәребеҙ бик күп. Уларҙың исемдәре онотолмаҫҡа тейеш. 

Бына шулай, Яңауыл башҡорттары аныҡ маҡсаттарға ынтылып, милли асылға, тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап эшләй һәм йәшәй.

Фото: Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән. 

Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Яңауыл башҡорттары асылына тоғролоҡ һаҡлай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас