Башҡорт донъяһы
29 Ноябрь 2024, 15:00

“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?

Бөрйәндәр – башҡорттар ҡоролтайының ныҡлы таянысы.

“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?
“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?

Бөрйәндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысындағы барлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә. “Беҙ, төп башҡорт райондарының береһендә йәшәүселәр, милли ойошманың тәҡдимдәрен күтәреп алыуҙа, бурыстарын үтәүҙә һәр саҡ өлгө күрһәтеп, алдан барырға тейешбеҙ”, – ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов.

Уның әйтеүенсә, урындағы башҡарма комитетҡа 15 ағза һайланған. Барыһы ла – районда билдәле, ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған, халыҡ менән эшләй белгән кешеләр. Айгиз Юлай улы милли ойошмаға рәйес итеп 2022 йылдың декабрендә тәғәйенләнгән. Ул шулай уҡ район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры ла.

– Ҡоролтай, атамаһынан уҡ күренеүенсә, һәр эш-ғәмәлде ҡорға йыйылып, фекер алышып, кәңәшләшеп башлау, бойомға ашырыу бурысын ҡуя. Беҙҙең башҡарма комитет ағзалары тап шулай эшләй ҙә, – ти Айгиз Юлай улы. – Арабыҙҙа төрлө тармаҡ вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар, депутаттар бар. Һәр береһе үҙ өлкәһен яҡшы белә, шунлыҡтан да ҡоролтай башлаған барлыҡ йүнәлештәр төплө, уңышлы тормошҡа ашырыла. Районда уҙған барса сараларҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Билдәле булыуынса, Бөрйән ауылдары йыл һайын “Айыҡ ауыл” республика конкурсында тәүге урындарҙы яулап килә. Брәтәк, Исламбай, Әбделмәмбәт, Байназар халҡы барыһы ла уңышлы сығыш яһаны, һуңғы икеһе гран-при яуланы. “Бындай ҡаҙаныштың сере ниҙә?” тигән һорауға Айгиз Шәрипов: “Бар уңыштың нигеҙе – халҡыбыҙҙың әүҙем, берҙәм булыуында, – тип яуаплай. – Конкурстың муниципаль этабында ла районыбыҙҙың барлыҡ ауылдары ихлас ҡатнаша. Әгәр урындағы халыҡ башланғыстарҙы хупламаһа, бер-береһенә ярҙамлашмаһа, айырымланып, сараларҙан ситтә ҡалырға тырышһа, әлбиттә, “Айыҡ ауыл”да еңеү тураһында уйлай ҙа алмаҫ инек. Берҙәмлегебеҙ, әүҙем, сәмле булыуыбыҙ менән алдырабыҙҙыр моғайын. Бөрйән халҡының сәләмәт тормошҡа ынтылыуы, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә белеүе лә еңеүҙәребеҙгә ҙур өлөш индерә”.

Айгиз Юлай улы әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән исемле йылдарҙың бурыстарын да районда теүәл үтәргә тырышалар. Быйыл да район кимәлендә мөһим саралар уҙғарылған. Ҡоролтай тарафынан – Йәштәр, Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, икеһен ҡушып, йәш ғаиләләр менән эшләүгә, уларҙы күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. “Һәр ерҙәге кеүек үк, беҙҙә лә йәштәрҙең күбеһенең ситкә китергә ынтылыуы, һөҙөмтәлә ауылдарҙа балалар һанының аҙая барыуы – ҡатмарлы проблема. Шуға ла йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә, студенттар менән осрашыуҙар уҙғарып, уларҙы районыбыҙға эшкә йәлеп итергә тырышабыҙ. Был мәсьәләгә район хакимиәте тарафынан да ҙур иғтибар бүленә. Йәштәрҙе уҡыуға маҡсатлы йүнәлеш буйынса ебәреп, аҙаҡ үҙебеҙҙә ҡалдырыу алымы ла киң файҙаланыла”, – ти Айгиз Шәрипов.

Районда милли мәғарифты, мәҙәниәтте, туған телебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсаты – өҫтөнлөктә. Был йәһәттән айырыуса “Урал батыр” эпосын һәр бала яттан белергә тейеш тигән дөйөм талаптың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның һөҙөмтәһендә мәктәпкәсә учреждениеларҙан башлап өлкән кластарҙа белем алғандарға тиклем барыһы ла эпосты яҡшы белә, тимәк, ышаныслы, рухлы, тәрбиәле быуын үҫә.

– Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары идеяға бай, төрлө ҡыҙыҡлы башланғыстарын халыҡ дәррәү күтәреп ала. Мәҫәлән, 2023 йылда милли ойошмалағыларҙың тәҡдиме буйынса “Минең ғаиләм” энциклопедик конкурсын үткәрҙек. Төп маҡсатыбыҙ изге ҡиммәттәрҙе һаҡлау, әхлаҡи тәрбиә өлгөләрен пропагандалау, ғаилә архивы материалдарын тергеҙеү һ.б. булды. Бай мәғлүмәт тупланды. Конкурста 28 кеше ҡатнашты – балалар баҡсаһына йөрөгәндәрҙән алып хаҡлы ялдағы өлкәндәргә тиклем, – ти Айгиз Шәрипов. – Ғөмүмән, ҡоролтай халҡыбыҙға бик кәрәк, уның эшмәкәрлеген көсәйтеүгә артабан да бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, проекттарында әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ.

1. Айгиз Шәрипов. 2. Байназар ауылы халҡы айыҡлы яҡлы.

Фото Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.

“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?
“Айыҡ ауыл”да еңеүҙең сере ниҙә?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас