Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлеге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын» тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һәм уның халыҡтарының этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлауға, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүгә, йәмәғәт һәм дәүләт мәнфәғәттәрен гармонизациялауға йүнәлтелгән. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән ҡалала 20 проценттан да аҙыраҡ тәшкил иткән башҡорт халҡының милли үҙаңын һәм үҙенсәлеген һаҡлау һәм нығытыу, йәш быуынды милли мәҙәниәткә, телгә, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт рухында тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҡуйылған. Был юҫыҡта килеп тыуған һорау һәм проблемалар дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни үҙәктәр, ҡала учреждениелары һәм ойошмалары менән үҙ-ара килешеп хәл ителә.
Ҡала ҡоролтайы үҙенең маҡсаттарын һәм бурыстарын «Ағинәй» - өлкән йәштәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары», “Башҡорт йәштәре», «Аҡһаҡалдар», яҙыусылар ойошмаһы һәм башҡа йәмғиәттәр менән берлектә башҡара.
Башҡарма комитетта барлығы 20 кеше ағза булып тора, улар араһында иң әүҙем эшләгән туғыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы - «Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгән.
2024 йылдың декабрендә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) үтәсәк. Биш йылға бер тапҡыр үткәреләгән ҙур сараның төп маҡсаты - башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Ошо йәһәттән Күмертауҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса урындағы XIII ҡала башҡорттары ҡоролтай йыйылышы үтте. Ҡоролтай ултырышы көн тәртибендә ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчеты һәм VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау булды.Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, ҡала башҡарма комитеты һуңғы биш йылда бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашырҙы, республика конкурстарында ҡатнашты. Күмертау ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала иң яҡшыларҙың береһе булып тора. Башҡорт теле йылында башҡарылған эшмәкәрлеге буйынса республика ҡалалары араһында 2021 йылда беренсе, Башҡорт тарихы йылында – икенсе урын, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы буйынса өсөнсө урынға лайыҡлы булды. Ҡоролтай башҡарма комитетының иң мөһим йүнәлештәренең береһе - йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уларҙа башҡорт теленә, башҡорт халҡына, милли мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү. Күпселек тауыш менән делегат итеп Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, Күмертау педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Рима Арыҫланова, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимов хәҙрәт һайланды.
Халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешенең айырылғыһыҙ өлөшө - мәҙәниәт һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау һәм үҫтереү. Тел ярҙамында һәр халыҡ быуындан-быуынға үҙенең донъяға ҡарашын, тирә-яҡ ысынбарлыҡты ҡабул итеүен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тапшыра.
Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт республика гимназия-интернатында, М.Исҡужин исемендәге прогимназияла, 8-се балалар баҡсаһы "Айгөл"дә уҡытыу һәм тәрбиә башҡорт телендә алып барыла. 18-се «Баҙлауыҡ», 27-се «Ҡыңғырау сәскә», 19-сы «Ҡояшҡай», «Азамат» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балаларҙы туған башҡорт телендә уҡытыу һәм тәрбиәләү төркөмдәре тергеҙелгән һәм эшләй. 2023 йылдың 5 декабрендә Күмертау ҡалаһында «Торнаҡай» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн асыу тантанаһы үтте. Был беҙҙең ҡаланың балалар баҡсаһында бишенсе башҡорт төркөмө. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы милли мәҙәниәткә йәлеп итеү, башҡорт халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары, ауыҙ-тел ижады, халыҡ уйындары менән таныштырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Төркөмдө асыу тантанаһы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте.
2015 йылдан башлап, 5-се урта дөйөм белем мәктәбендә башҡорт телен тәрән өйрәнеү маҡсаты менән республикала беренсе башҡорт кадет класы асылды, был йылдарҙа уҡыусылар һаны арта.
Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе илһөйәрлек, башҡорт милли мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, туған телгә хөрмәт рухында гармониялы тәрбиәләү өсөн М.Исҡужин исемендәге прогимназияла «Урал батыр мәктәбе», М.Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт республика гимназия-интернатында «Аҡбуҙат» балалар фольклор төркөмө уңышлы эшләп килә. Йәш ҡатнашыусылар ҡала һәм республика акцияларында, «Тамыр», «Сулпылар» телевизион конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың мәғариф учреждениеларында «Шайморатовсылар» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Шайморатов кластары М.Рәхимов исемендәге республика башҡорт республика гимназия-интернатында, 5,9,10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә асылды.
3-сө республика башҡорт республика гимназия-интернатында шулай уҡ Марсель Ярышев етәкләгән "Ҡыпсаҡ” традицион уҡ атыу клубы уңышлы эшләй. Унда үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи, этник фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған. Клуб төрлө республика турнирҙарында һәм ҡала сараларында әүҙем ҡатнаша. 2024 йылдың 2 мартында ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелгән традицион уҡ атыу буйынса "Төньяҡ амурҙары" асыҡ турниры 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең батырҙарса ҡатнашыуына 210 йыл тулыуға арналды һәм Башҡорт ҡоролтайы менән берлектә уҙғарылды.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Асыҡ диалог» йәштәр дискуссия майҙансығы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм Башҡорт йәштәре йылына арналды, шулай уҡ Владимир Путиндың йәштәргә ярҙам итеүгә һәм уның потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡарар буйынса үткәрелде. «Асыҡ диалог” - илебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә алырлыҡ яңы быуынды тәрбиәләүҙә мөһим аҙым. Осрашыу студент йәштәренең тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән диалог форматында үтте. Сара йәш спикерҙар: шәхси эшҡыуарҙар Самат Сабиров, Вилдан Садиҡов, махсус хәрби операция ветераны, “Барс” махсус хәрби операция ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Павел Ярмоленко, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов аралашыу барышында, үҙҙәренең тәжрибәһе, уңышлы эш алымы менән уртаҡлашты.
Сараның модераторы - ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Айнур Ҡадимов ярҙамында йәнле фекер алышыу һәм аралашыу үтте. Өлгө алырлыҡ ярайһы уҡ йәш сығыш яһаусылар үҙҙәренең тәжрибәһе, уңышлы эш алымы менән уртаҡлашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев һәм урындағы власть вәкилдәре майҙансыҡтың почетлы ҡунаҡтары булды.
Башҡорт милли биҙәүестәрен, селтәр-яғаларын, бәйләнгән мамыҡ шәлдәрен, башҡа төрлө ҡул эштәрен тергеҙеүҙә, йәш быуынға өйрәтеүҙә «Семәр» оҫталыҡ һәм ҡул эштәре студияһының өлөшө бик ҙур. Студия үҙенсәлекле ҡул эштәре менән ҡала сараларында, «Тамға», «Башҡортостан шәле», «Һөнәрҙәр йәйғоро» республика конкурстарында уңышлы ҡатнашҡан өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ оҫталарҙы берләштерә. Студия етәксеһе Әлфиә Дәүләтшина Мәскәү ҡалаһында ВДНХ-ла үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты.
Ҡоролтай башҡарма комитеты ҡарамағында милли мәғариф буйынса ата-әсәләр комиссияһы ойошторолдо һәм эшләп килә. Уның маҡсаттары һәм бурыстары: башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреү, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты 2014 йылдан мәғариф идаралығы менән берлектә йыл һайын милли мәғариф буйынса ата-әсәләр форумын ойошторҙо. Балаларҙы башҡорт халыҡ традицияларында тәрбиәләүҙә туған телдең ролен күтәреү, баланың шәхси сифаттарын формалаштырыу өсөн милли ҡиммәттәрҙе файҙаланыу маҡсатында 10 йыл эсендә 12 ата-әсәләр форумы үткәрелде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығы менән берлектә үткәрелгән "Заманса шарттарҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү" флеш-семинары ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн айырыуса уңышлы булды. Ул ҡалала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә, ҡоролтай, белем биреү учреждениелары ата-әсәләр менән алып барған эшкә арналған.
Ҡоролтай туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән төрлө мәҙәни-мәғариф проекттарын ойоштороусы булып тора. Уларҙың береһе - «Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм» проекты ҡалала ғына түгел, республикала ла танылыу һәм юғары баһа алды. Ул өлкәндәр өсөн башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән бушлай уҡытыу курстары. 2019 йылдан китапхана майҙансығында алты уҡыу курсы ойошторолдо, уларҙа тиҙләтелгән программа буйынса 300-гә яҡын кеше уҡыны. Шулай уҡ «Эшлекле башҡорт теле» курстары ла ойошторолдо. Курстарҙа ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә ҡоролтай "Сәләм, Күмертау!», шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнәм» иллюстрациялы әсбаптар әҙерләне һәм баҫтырып сығарҙы. «Аҡбуҙат» республика балалар журналы биттәрендә Күмертауҙа әҙерләнгән һүҙлек-һөйләшеү фрагменттары баҫылып сыҡты.
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы мәҙәни-ағартыу һәм белем биреү сиктәрендә уҙғарылған конкурс, акция, флешмоб, байрам, милли-мәҙәни күргәҙмәләрҙә ҡатнаша һәм үҙҙәре лә ойоштора. Сараларҙа бик теләп, 4 йәштән 75 йәшкә тиклем кешеләр ҡатнаша. Был милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уята.
Башквиз интеллектуаль уйындары, акция һәм конкурстар һәр ваҡыт йәнле үтә. Үҙәк китапханында “Матур ғаилә – ил ҡото” тип исемләнгән интеллектуаль уйында һәр яҡтан һәләтле, туған телдә һөйләшкән балалар үҫтергән Сынбулатовтар, Ишмөхәметовтар, Ғәббәсовтар ғәиләләре ҡатнашты. Командалар халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәбиәт, мәҙәниәт, башҡорт халҡының фольклорына арналған бер нисә турҙа үтте. Уйын булғас, еңеүселәр ҙә була. Был уйында Ғәббәсовтар командаһы отҡорораҡ булды. Сарала балаларҙың музыкаль сығышы күңелдәрҙе күтәрҙе.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарылған «Минең телем - дуҫлыҡ теле» шиғыр уҡыусылар конкурсын үткәреү үҙе бер матур йолаға әүерелде. 4 йәштән 70 йәшкә тиклемге 70 ҡатнашыусы илһамланып башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә Тыуған ил тураһында шиғри юлдар уҡыны. Был ысын мәғәнәһендә берҙәмлек, дуҫлыҡ, ижад, патриотизм байрамы булды.
Быуындарҙың күсәгилешлеген һаҡлау, үҙ тамырҙарын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үткән тарихҡа һаҡсыл ҡараш, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, үҙ нәҫелен өйрәнеү һәм һаҡлау маҡсатында, ҡоролтай башҡарма комитеты ҡаланың милли-мәҙәни үҙәктәре, учреждениелары һәм ойошмалары менән берлектә йыл һайын «Шәжәрә байрамы»н ойоштора. Был йылдар эсендә 2013 йылдан алып уларҙа 40-тан ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең быуындан-быуынға күсә килгән шәжәрәләре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыралар. Һәр ғаилә үҙе тураһында һөйләп кенә ҡалмай, милли ризыҡ тәҡдим итә һәм музыкаль номер күрһәтә. 5 декабрҙә лә ҡалала Шәжәрә конкурсының аҙаҡҡы этабында ҡаланың биш ғаиләһе ҡатнашасаҡ.
Мортаза Ғөбәйҙуллла улы Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты 26 октябрь 65 йыллык юбилейын билдәләне. Мәктәптең юбилейына бергә әҙерләндек. Телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һәм милләтебеҙҙе күтәреүгә ҙур өлөш кереткән актив, рухлы педагогтарға, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә ҡала ҡоролтайы лайыҡлы бүләктәр тапшырҙы.
27 сентябрь Мөхәммәт Искужин исемендәге прогимназия ҡоролтай менән берлектә үҙенең күркәм юбилейына арналған сара үткәрҙе. 30 йыл эсендә мәктәптә инновацион, ижади белем биреү учреждениеһының имиджы булдырылды. Мәктәп көсө - йолаларға тоғролоҡто, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең ижади мөхитен һаҡлап ҡалыуҙа. Бөгөн мәктәптә - әүҙем, һәр төрлө мәсьәләне хәл итә алған юғары профессиональ педагогик коллектив эшләй. Күп йылдар дауамында үҙ һөнәренә тоғро һәм талантлы уҡытыусылар балаларҙы аң-белемгә өйрәтә, күңелдәренә изгелек орлоҡтары һала. Байрамға уҡытыусылар, ата-әсәләр, сығарылыш уҡыусылары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Камил Игбаев, Рәйсә Күзбәкова, Рәмил Исҡужин, Фәнит Моратбаҡыев, мәктәптең элекке етәкселәре, педагогик эш ветерандары ҡатнашты.
Ҡоролтай ағзалары һәм әүҙемселәре төрлө хәйриә сараларынан да ситтә ҡалмай. Башҡорттар ҡоролтайы башланғысы менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә, һыу баҫҡан Ырымбур халҡына, Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыу буйынса даими акциялар ойошторола.
Меценатлыҡ традициялары булмаһа, күп кенә башланғыстар һәм саралар уңышҡа өлгәшмәҫ ине. “ЮжУрал-Ойл” предприятиеһы етәксеһе Зиннур Исхаҡов - ҙур предприятие етәксеһе, сағыу шәхес, үҙ төбәгенең патриоты, ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы, бағыусы һәм меценат сифатында кесе Ватаны һәм тыуған төйәгенең халҡы өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡара. Уның инициативаһы буйынса Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына миҙал булдырылды. Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы фән, спорт, мәҙәниәт өлкәләрендә һәм производствола уңыштарға өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ.
Һәйкәлдәр реставрациялана, шишмәләр төҙөкләндерелә, мәсеттәр һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә һәм ремонтлана, яуҙа һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың ҡәберҙәре тәртипкә килтерелә, юлдар ремонтлана.
Бөгөнгө еңел булмаған заманда берҙәмлектә һәм үҙ-ара килешеп, тығыҙ бәйләнештә уртаҡ бурыстарыбыҙҙы хәл итергә тейешбеҙ. Берҙәм булғанда беҙ көслө. Туған телгә, башҡорт халҡының мәҙәни йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөүҙе, иң мөһиме - милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ, ҡалала йәшәгән төрлө милләт халҡын берләштереүҙе дауам итәйек.