Тултырма - яңы һуйылған һыйыр йәки һарыҡтың үпкә-бауырына дөгө йәки тары ярмаһы ҡушып әҙерләнгән ризыҡ.
Мал-тыуарҙың үпкәһен, йөрәк-бауырын, бөйөрөн һарымһаҡ ҡушып ит үткәргестән үткәрәләр. Борон балта менән ваҡлап турағандар. Былай эшләнгән тултырма тағы ла тәмлерәк һанала. Массаны йыуаныраҡ эсәктәргә, ҡарынға ла мөмкин, тултырып, ике осон бәйләйҙәр. Үҙ һутында бешә, бик тәмле була.
Ана, Ғәлиәкбәр ауылы уңғандары тултырма тултырып та ҡуйған инде (фотолар Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды). Ә һеҙ тултырҙығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ генә белгән ысул менән дә бүлешерһегеҙ?
Сығанаҡ: "Таң" гәзитенән