Башҡорт донъяһы
3 Декабрь 2024, 06:00

Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе

Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре дауам итә

Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһеҠушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе

Республиканың һәр төбәгендә ҡаҙ өмәләре гөрләй. Халҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы матур күренеш.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәгән Илүзә һәм Марсель Килдейәровтар ҡаҙ өмәһе үткәргән. Уңған ғаилә йыл һайын бик күп ҡош-ҡорт алып көтә. Быйыл Килдейәровтар 24 ҡаҙ, 50 өйрәк, 30 бройлер тауыҡ үҫтергән.
Ҡаҙ өмәһенә хужалар күршеләрен, туғандарын йыйған. Әйткәндәй, Килдейәровтар 6 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ата- әсә нигеҙен һыуытмай, бөтә туғандарын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, гел генә ҡунаҡ итәләр.
Ауылдың мәҙәниәт йорто директоры Фәнүзә Дәүләтова тарафынан Ҡаҙ өмәһенә бәйле төрлө йола күрһәтелгән, ырымдар -юрауҙар башҡарылған. Аҙаҡ уңған хужабикәләр ҡаҙ түшкәләрен йылғаға алып барып сайҡаған. Көйәнтәләргә ҡаҙ түшкәләре элгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер урам булып йырлашып үтеүҙәрен ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ҡалған. Ни тиһәң дә халҡыбыҙҙың һәр бер йолаһы матур, үҙенсәлекле, йыр-моңло үтә шул.

Ә һеҙҙе яҡтарҙа Ҡаҙ өмәләре дауам итәме? Әйҙәгеҙ, матур фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ әле.

Фото: Фәнүзә Дәүләтова

Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас