7 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡорт йыры - 2024” телевизион фестиваль-конкурсының гала концерты үтте. Унда башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы бай йөкмәткеле концерт булды.
Сараның аҙағында “Башҡорт йыры - 2024” телевизион фестиваль-конкурсының еңеүселәрен атанылар. Ә инде Гран-приға Белорет районынан Эльвира Искаҡова лайыҡ булды. Еңеүсегә конкурстың төп бүләге 100 мең һумлыҡ сертификат, ҡиммәтле таштарҙан һын бүләк иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт йыры» телевизион фестиваль-конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. Конкурс өс этапта үтә: ҡатнашыусылар жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә эстрада, халыҡ һәм ретро-йырҙар тәҡдим итә. Быйыл конкурстың 14 миҙгеле тамамланды. Ойоштороусылар “Башҡорт йыры - 2025” телевизион фестиваль-конкурсы асыҡ тип иғлан итте.
Рәмилә Мусина фотоһы, видеояҙмаһы.